Өфөлә шәрҡиәтселәр йыйылды09.10.2015
Кисә баш ҡалабыҙҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында шәрҡиәтселәрҙең (Көнсығышты өйрәнеүселәрҙең) Х Бөтә Рәсәй съезы асылды. Ике көн барасаҡ был сараны республикабыҙ хөкүмәте, Рәсәйҙең Гуманитар ғилми фонды, Башҡортостандың Фәндәр академияһы, Халыҡ-ара төркиәт академияһы, Истанбул университеты һәм башҡа ойошмалар үткәрә.
– Шундай мәртәбәле йыйын урыны итеп Өфө һайланыуы юҡҡа ғына түгел – республикабыҙҙың баш ҡалаһы Рәсәй ориенталистикаһының танылған үҙәктәренең береһенә әйләнде, – тине үҙенең тәбрикләү һүҙендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Ватан шәрҡиәтселеге беҙгә Рәсәйҙең евразиялыҡ асылын төшөнөргә ярҙам итеүсе ҡорал да булып тора. Шәреҡ – ул өйрәнеү объекты ғына түгел, ә илебеҙ өсөн сәйәси, иҡтисади, мәҙәни, спорт, туризм һәм башҡа йүнәлештәрҙәге хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлеге лә.
Күренекле шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған форумдың дөйөм (пленар) ултырышында Рәсәй Дәүләт Думаһы Аппаратының Аналитика идаралығы етәксеһе Андрей Петров, Төркиәнең Фәндәр академияһы академигы профессор Иҫәнбикә Туған, Халыҡ-ара төркиәт академияһы президенты профессор Дархан Ҡыҙырали (Астана), Көнсығыш ҡулъяҙмалар институты директоры профессор Ирина Попова (Санкт-Петербург) һәм башҡалар шәрҡиәтселектең бөгөнгө әһәмиәте тураһында сығыш яһаны. Артабан йыйында ҡатнашыусылар – тарихсылар, телселәр, философтар, иҡтисадсылар – эште секцияларҙа дауам итте.
Көнсығыш мәҙәниәте менән иҡтисадының Көнбайыш донъяһынан айырмаһы нимәлә һәм уларҙың ҡайһыһы өҫтөнөрәк? Шәреҡте өйрәнеү беҙҙең йәмғиәткә нимә бирә ала? Ошо һорауҙарға яуап биргән яҙманы гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырға мөмкин.