Донъя тыныс торһон өсөн...09.10.2015
“Бүтән халыҡтарҙы күрә алмаған кеше үҙ милләтен дә яратмай”, тип яҙған билдәле урыҫ философы Николай Добролюбов. Хәйер, ҡайһы бер ҡәүемдәр араһындағы ыҙғыш, дәүләттәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте боҙолоуы ана шул сәбәптән килә түгелме? Донъя майҙанында ваҡиғалар ҡуйырған осорҙа был мәсьәлә көнүҙәклеген юғалтмай. Өфөлә асылған Рәсәй философтары конгресында ла ошо проблема иғтибар үҙәгенә ҡуйылды.
Дүрт көнлөк йыйынға илебеҙҙең 71 төбәгенән меңдән ашыу ғалим саҡырылған. Бынан тыш, 17 сит илдән вәкилдәр ҡатнашырға теләк белдергән.
– Философтар бөгөнгө төп проблемаларҙы билдәләү һәм тикшереүгә сығарыу ғына түгел, уларға ҡарата мөнәсәбәт булдырыу өсөн дә йыйыла, – тине Рәсәйҙең Философтар йәмғиәте вице-президенты, философия фәндәре докторы Александр Чумаков. – Бындай саралар беҙҙең өсөн бик кәрәк. Быйылғы конгресты үткәреү хоҡуғын алыуға Владивосток, Санкт-Петербург ҡалалары ла дәғүә итте, әммә дөйөм йыйылышта күпселек тауыш менән Өфө һайланды.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, Башҡортостандың донъя кимәлендәге сараларҙы уҙғарыу буйынса тәжрибәһе ҙур. Быйыл ШОС һәм БРИКС саммиттарының беҙҙә үтеүе лә баш ҡалабыҙҙың абруйын бермә-бер күтәргән.
Конгреста ғалим-философтарҙы борсоған бик күп мәсьәлә тикшереләсәк. Ҡала мөхитенең үҫеш үҙенсәлектәре, мәғариф һәм милли хәүефһеҙлек, экологик мәҙәниәт, милләт-ара мөнәсәбәттәр, дин буйынса фекер алышыуҙар ҡаралған.



Вернуться назад