Тыл хеҙмәтсәндәре09.10.2015
Тыл хеҙмәтсәндәреКермәһә лә улар ут эсенә,
Йотто күрҙе, ҡайғы-хәсрәт йотто.
Баҫыу-ҡырҙар булды яу яланы,
Ҡорал итеп улар һабан тотто.

Ашлыҡ урҙы, ләкин аслыҡ һурҙы.
Яҙғанда ла һуңғы телеменән,
Кешелектең киләсәге өсөн
Бүлештеләр тыуған иле менән.

Тыл хеҙмәтсәндәреУйҙарында уйын түгел ине
Балаларҙың, уйын арбаһа ла, –
Арыҡ иңдәренә ҡамыт кейеп,
Егелделәр илдең арбаһына.

Шахталарҙа, завод-фабрикала,
Баҫыу-ҡырҙа түкте улар көсөн:
Бөтәһе лә фронт өсөн булды,
Бөтәһе лә булды Еңеү өсөн!
Тыл хеҙмәтсәндәре


Вернуться назад