Һеҙҙе иркен йорт көтә25.02.2012
Һеҙҙе иркен йорт көтәЭльвира Гәрәева мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлаһа ла, күп кенә тиҫтерҙәре кеүек тыуған ауылын ҡалдырып, ҡалаға сығып китмәй. Ул ығы-зығылы тормошто бала саҡтан өнәмәй. Шуға ла ауыл мөхитен үҙ иткән ҡыҙ "Роса" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөтсөлөк фермаһына ҙур ихласлыҡ менән эшкә урынлаша.
– Һауынсы булыуҙың бер ҡыйынлығын да күрмәйем, эшкә байрамға барған кеүек киләм, – ти Эльвира. – Етәкселек уңайлы шарттар булдырыуын-булдыра, мәгәр эшләргә кеше генә етешмәй. Йәштәр бөтөнләй малсылыҡҡа килмәй.
Эльвираны ошо һорауҙар һәр ваҡыт борсой. Ысынлап та, ололар хаҡлы ялға китһә, малсылыҡта кем тир түгер? Район хужалыҡтары араһында алдынғылар иҫәбендә булған йәмғиәттә бөгөн фермала эшләргә теләк белдереүселәр бик һирәк. Әле дүрт көтөүсе, ике генә һауынсы. Фермаға йыл һайын тоҡомло малдар ҡайта, күп эштәр механизацияланған. Етәкселекте лә ошо һорау борсой. Халыҡты эшкә ылыҡтырыу маҡсатында йәмғиәт үҙ көсөнә яңы йорттар ҙа һала башлаған.
Яңы йыл алдынан ғына һауынсы Эльвира Гәрәеваның ғаиләһе бөтөн уңайлыҡтары булған йортта өй туйлаған. Әле уларҙың янында тағы ла бер нигеҙ һалына.
– Йәштәрҙе эшкә саҡырабыҙ. Һеҙҙе иркен йорт көтә, күрше булып йәшәрбеҙ, – ти Эльвира.
С. ҒӘЛИН.


Вернуться назад