Береһе булды аҡсалы, икенсеһе — ризыҡлы09.10.2015
Береһе булды аҡсалы,  икенсеһе — ризыҡлы …Йөк машиналары үҙәк майҙанда иртәнән үк теҙелә башланы. Шунда уҡ үҙ тауарын халыҡҡа тәҡдим итергә йыйынған сауҙа ойошмалары, шәхси эшҡыуарҙар ҙа өҫтәлдәрен ҡороп ҡуйҙы, ә дөйөм туҡланыу өлкәһендә мәшғүлдәр, мангалдарын ҡуҙлатып, шашлыҡ бешерергә тотондо. Ағылған күңелле көйҙәргә майҙанда йыйылғандарҙың башҡорт, урыҫ, татар, мари һәм удмурт телдәрендә йәнле аралашҡан тауыштар ҡушылды. Шулай башланды Нефтекамала быйылғы көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләренең тәүгеһе.
Уларҙа күрше-тирә райондар йылдың-йылы бик теләп ҡатнаша. Ҡала хакимиәтенең иҡтисад һәм сауҙа бүлектәре йәрминкә буласаҡ көн хаҡында ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә лә, һатып алыусыларға ла алдан уҡ хәбәр итә. Тәүгеләре итен-балын, йәшелсә-емешен, бәрәңгеһен ике яҡтың туранан-тура осрашыу урыны булған йәрминкә өсөн хәстәрләһә, ҡаланыҡылар, башҡа мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, көндәлек аҙыҡ-түлек алыуға һәм ҡышҡылыҡҡа тейешле туплама йыйыуға әҙерләнә. Бигерәк тә мөгәрәп һәм гаражһыҙҙар уйланырға мәжбүр. Нисек кенә булмаһын, йыл аҙағына тиклем ике аҙнаға бер ойошторолған йәрминкәне күптәр көтөп ала.
…Төрлө тауар һатыусыларҙың урындары, ғәҙәттә, һәр сарала бер тирәләрәк була. Рәт башында мөләйем ханым алма, ҡарағат, сейә, груша, крыжовник һәм башҡа емеш ағастарының үҫентеләрен тәҡдим итә.
— Әнүзә Хәбибуллина булам, — тип таныштырҙы ул үҙе менән. — Үҫентеләр беҙҙең яҡтың тәбиғәт шарттарына ҡулайлашҡан, махсус питомнигыбыҙ бар. Емеш-еләк ағастары ултыртыу өсөн нәҡ уңайлы көндәр бит, шуға ла алыусылар күп.
Ысынлап та, һәр береһенә исеме һәм сорты күрһәтелеп, төҫлө һүрәте һәм ҡыҫҡаса белешмәһе менән яҙыу беркетелгән үҫентеләрҙе алып китеп кенә торалар.
Рәмзиә апай менән Әмир ағай Йәнбирҙиндар ҙа, һатырға ҡуйылған емеш-еләк ағастарын ҡарап сыҡҡас, үҙҙәренә сортлы алма үҫентеһе һайланы.
— Бына баҡсаға барышлай йәрминкәгә һуғылдыҡ әле. — Ҡатыны тауар өсөн иҫәпләшкән арала шулай тип һөйләп алды Әмир Сафиулла улы. — Йәшелсәне, бәрәңгене үҙебеҙ үҫтерәбеҙ, емеш ағастары ла бар. Ваҡытында йәш алма ултыртып ҡалырға ине иҫәп.
Рәт-рәт булып теҙелгән машиналарҙың барыһы янында ла, әллә ни сират булмаһа ла, һиҙелерлек йәнлелек. Халыҡҡа башлыса бәрәңге, һуған, кишер һәм кәбеҫтә, ара-тирә ҡабаҡ, торма, ҡыҙыл сөгөлдөр тәҡдим итәләр. Шәхси баҡсаларҙан күптән йыйып алынғанғамы, әллә быйылғы һыуығыраҡ йәйҙә уңыштың бик үк булмауынанмы — ҡыярҙы сират тороп алалар. Яңауыл районының Киҫәкҡайын ауылы эргәһендә урынлашҡан “Нефтекама” теплица комбинаты һата икән уны, ҡыҙарып бешкән помидорҙары ла, кәбеҫтәләре лә бар.
— Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә Нефтекама һәм Яңауыл ҡалаларын, яҡындағы райондарҙы йәшелсә менән тәьмин итәбеҙ, — тип бәйән итте предприятиеның директор урынбаҫары Владимир Девятов. — Күптәр үҙебеҙҙә үҫкәнгә өҫтөнлөк бирә, шуға ла йәр­мин­кәләргә бик теләп сығабыҙ. Тауарыбыҙ яҡшы үтә.
Олоһона ла, кесеһенә лә яғымлы ҡарашын, матур һүҙҙәрен йәлләмәй, һатып алыусыларҙы алсаҡ йөҙ менән етеҙ генә хеҙмәтләндереүсе Илмира Солтанова ла етәксеһенең һүҙҙәрен ҡеүәтләне.
Халҡыбыҙҙың яратҡан һәм файҙалы ашамлығы балды ла күптәр тәҡдим итте йәрминкәлә. Хаҡлы ялдағы Минзәлә апай менән Роберт ағай Минәзевтәр өс тиҫтә йылдан артыҡ умарта тота икән. Йыл һайын бер тоннанан ашыу татлы ризыҡ алалар, үҙҙәренән һәм туғандарынан артҡанын баҙарға сығаралар. Башҡортостан умартасыларының быйыл Ауырғазы районында уҙған I республика форумында ҡатнашып, үҙҙәре өсөн күп файҙалы кәңәштәр алғандар. Әйткәндәй, Минзәлә апай башҡорт балын донъя күләмендә танытыу өсөн янып йөрөүсе профессор Әмир Ишемғоловтың яҡташы булып сыҡты. Балсылар йыйынында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе йылы һүҙҙәре менән Минәзевтәрҙе артабанғы уңыштарға ҡанатландырып ҡайтарған.
Йәшелсә, емеш-еләк, затлы бал һәм башҡа тәмләткестәр өсөн генә халыҡ йәрминкәгә йөрөмәй. Ҡаланыҡылар тәү сиратта яҡшы сифатлы һәм мөмкин тиклем осһоҙораҡ иткә килә бында. Уларҙың бар теләге – баҙарҙа башлыса алыпһатар тәҡдим иткән тауарҙы түгел, хужаһы үҙе ҡарап-тәрбиәләгән һәм алдағы кистә йә иртән генә һуйылған йорт хайуандары һәм ҡош-ҡорт итен алып ҡалыу. Ҡышҡылыҡҡа туплама әҙерләргә иртәрәк булһа ла, аҙаҡтан сауҙа бүлегендә әйтеүҙәренсә, йәрминкәлә биш тонна ит һатылған. Килоһы 260-тан 290 һумға еткән һыйыр, сусҡа һәм йылҡы итен халыҡ бик әүҙем алған, күптәр ҡаҙ, өйрәк, күркә һәм тауыҡты үҙ иткән. Һәр ваҡыттағыса, хаҡы ҡиммәтерәк булһа ла, һарыҡ ите тиҙ арала һатылып бөткән.
…Оло йәштәрҙәге апайҙың ҡош ите һатыусынан тауары тураһында төпсөнөп белешкәнен ҡыҙыҡһынып, бер килке тыңлап торҙом. Ул, яуап менән ҡәнәғәт булып, үҙенә оҡшаған тауығын һайлағансы, хужабикә менән һөйләштем. Глүзә Ғиләжетдинова Илеш районы Лаяшты ауылынан килгән. Үҙенең шәхси хужалығында ете йыл ҡош-ҡорт үрсетә. Ҡаҙ, өйрәк һәм тауыҡтары 300 башҡа тиклем етә икән. Йәшәгән еренән алыҫ түгел быуа булғас, әллә ни ҡыйынлыҡ күрмәй.
— Һатырға үҫтергәс, йәрминкәләрҙе ҡалдырмаҫҡа тырышам, — тип Глүзә һүҙен тамамланы ла баяға апайҙың һайлаған тауығын үлсәгескә һалды. Дүрт тиҫтә йылдан артыҡ китапханала эшләгән 80 йәшлек хеҙмәт ветераны Вера Васильевна Вечтомова үҙен итле итеүсе менән рәхмәттәр әйтеп хушлашты.
…Майҙанда сауҙа көндөҙгө дүрткә тиклем әүҙем дауам итте. Ҡала халҡы кәрәкле ризығын теләп алды. Шулай ҙа “ҡышҡылыҡҡа йәшелсәнең, ит-маҙарҙың оло запасын тупларға иртәрәк” тигән фекерҙә тороусылар ҙа етерлек булды. Күптәрҙе йәрминкәләрҙең алдағы өс айҙа ла икешәр тапҡыр ойоштороласағы ла тынысландырғандыр. Нисек кенә булмаһын, ҡала хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, быйылғы беренсе көҙгө йәрминкәгә Ҡалтасы районынан 50 йөк һәм еңел машинала төрлө тауар килгән, Яңауыл районынан — 40, Борайҙан Нефтекамаға 25 машина юлланған. Уларҙан тыш, Краснокама ауылдары һәм урындағы һатыусылар ҙа аҡса эшләгән. Бөтәһе 38 тонна бәрәңге булһа, башҡа йәшелсә өс тиҫтә ярым тоннанан ашыу һатылған. Халыҡҡа тағы ла икмәк-күмәс, кондитер ризыҡтары, һөт аҙыҡтары, ит ярымфабрикаттары, балыҡ тәҡдим ителде. Теләгәндәр шулай уҡ бүтән кәрәкле әйберҙәрҙе, төрлө оҫталарҙың ижад емештәрен дә үҙ итте. Ҡыҫҡаһы, үҙәк майҙанда осрашып-аралашҡан ике яҡ та ҡәнәғәт таралышты: ҡаланыҡылар аҙыҡлы булып ҡалһа, ауылдыҡылар ҡалынайған кеҫә менән үҙ яғына ыңғайланы.

Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.





Вернуться назад