Тәне пактың күңеле һау09.10.2015
– Ғөсөл ҡойонғандан һуң тәһәрәт алырға күнеккәнмен. Был мотлаҡмы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Гөлгөнә МАЛИКОВА.
Дәүләкән районы.

– Бис­мил­лә­һир-рахмәнир-рахим!
Ислам – таҙалыҡ, паклыҡ дине. Был сифаттар мосолман өсөн иң юғары урында булырға тейеш. “Таҙа булығыҙ! – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Пакланыу – имандың иң ҙур өлөшө”.
Тарихҡа күҙ һалғанда, Европала халыҡ йыуыныу тигән нәмәне, бәлки, уйлап та еткермәгән, хатта батша һарайҙарында ла бындай бүлмәләр булмаған ваҡытта Ғәрәбстанда, һыу алтынға бәрәбәр ерҙә, пакланыу иң мөһим ғәмәл һаналған.
Мосолман көн дауамында гел йыуынып торорға тейеш. “Иртәнсәк торғас, ҡулды өс тапҡыр сайҡамайынса, бер нәмәгә тотонорға ярамай”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Тимәк, пакланыу тап шунан башлана. Ә инде намаҙ өсөн был ғына етмәй, тәһәрәтле булыу зарур.
Пакланыуҙың тағы бер төрө – ғөсөл. Был ғәмәлдең айырым ваҡыттары бар. Мәҫәлән, ир менән ҡатын енси яҡынлыҡ ҡылғандан һуң, шулай уҡ гүзәл зат күреме тамамланғас ғөсөлләнергә тейеш. Был – баштан-аяҡ ҡойоноу, бөтөн тәнде сайҡау. Шул уҡ ваҡытта йома, ғәйет ғөсөлдәре бар. Был ғәмәлде ҡылырҙан элек тәү сиратта тәһәрәт алына. Унан бөтөн тән йыуыла. Ә инде кемдер ғөсөлдән һуң йәнә тәһәрәт алырға теләй икән, зарар юҡ – Ислам таҙалыҡты һөйә.
Аҙнаға бер мунсала йыуыныу ҙа – динебеҙҙең ҡанунын үтәүҙең бер өлөшө. Китаптарҙан уҡып белеүебеҙсә, әҙәм балаһының тәнендә бихисап микроб, вирус йәшәй. Йыуынып, кеше уларҙың үҫешенә тотҡарлыҡ яһай. Барыбыҙға ла билдәле колорадо ҡуңыҙын миҫалға килтерәйек. Әгәр ҙә ки беҙ уны ваҡытында сүпләп, күбәйеүенә юл ҡуймаһаҡ, картуфыбыҙ уңыш бирәсәк. Ә инде кире осраҡта ҡоротҡос бер нисә көн эсендә баҡсаны ҡола яланға әйләндерәсәк.
Тәһәрәт хаҡында айырым һөйләп үтмәксемен. Уны алыр алдынан тәүҙә истинжә ҡылына, йәғни ярау иткән ағзалар йыуыла. Артабан ҡулдарҙы беләккә ҡәҙәр өс тапҡыр һыулап һыпырабыҙ, сөнки иң күп микроб – уларҙа: ишектәрҙе асабыҙ, ябабыҙ, автобусҡа инәбеҙ, күрешәбеҙ һәм башҡалар. Устағы һыҙаттар араһында бысраҡ айырыуса күп йыйыла. Ҡулдарҙан һуң өс мәртәбә ауыҙ сайҡала, танау, бит йыуыла. Артабан башты, сәсте еүеш ҡул менән һыйпайбыҙ. Аҙаҡ аяҡ йыуыла. Мәғлүм ки, әҙәм балаһына ауырыу, ғәҙәттә, ауыҙҙан, танауҙан, күҙҙән, ҡолаҡтан инә. Ә тәһәрәт алғанда уларҙың барыһы ла йыуыла. Ошо ғына ла – Исламдың таҙалыҡ, паклыҡ, сафлыҡ дине булыуына бер дәлил.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ғөсөлләнеп ғүмер итергә, паклыҡты һаҡларға насип ҡылһын. Ә был – сәләмәтлектең төп нигеҙе, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һаулыҡтың ҙур байлыҡ икәнен онотмайыҡ. Йыуыныу менән бер рәттән эргә-тирәбеҙҙе, йәшәгән, эшләгән урындарыбыҙҙы таҙа тотайыҡ. Был күркәм ғәмәл күңелебеҙҙе паклап, уға рәхәтлек, ләззәт, ҡәнәғәтлек, яңы дәрт өҫтәп ебәрер. Ошондай рух бөтөнлөгө кисергән әҙәм балаһының йөҙөнән бөркөлгән нур, йылмайыу башҡаларға ла таралыр.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә тәнебеҙҙе, күңелебеҙҙе пак тоторға, төрлө насар уй-фекерҙән һаҡланырға, изгелек өләшеп, ярҙамлашып, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад