Йод09.10.2015
Йод Шешенәһегеҙ, сәстәрегеҙ ҡойола, тырнаҡтарығыҙ һынып бара, йоҡо баҫа, сәбәпһеҙ илағығыҙ килә... Аңлашыла — һеҙҙең организмығыҙға йод етешмәй.

Ғөмүмән, был микроэлемент организм өсөн бик мөһим. Мәҫәлән, йод етешмәй икән, ҡалҡан биҙенең эшмәкәрлеге боҙола, ә уға тышҡы ҡиәфәтебеҙ, гормональ системабыҙ ныҡ бәйләнгән. Әгәр ҙә бала йодҡа ҡытлыҡ кисерһә, ул мәктәп программаһын насар үҙләштерә, тиҙ арый, йыш илай.
Йод — универсаль сифатҡа эйә химик элемент. Уны 1812 йылда француз химигы Б. Кутуа диңгеҙ ылымыҡтары көлөн көкөрт кислотаһы менән эшкәртеү аша уйлап таба. Был турала дуҫтары Дезорму менән Клеманға һөйләй. 1813 йылда улар яңы элемент асылыуы тураһында француз академияһында сығыш яһай. Тиҙҙән ул инглиз химигы Г. Деви һәм француз Люссак тарафынан ныҡлап өйрәнелә. Улар химик составы яғынан йодтың хлор менән оҡшаш булыуын билдәләй.
Организмда йод етешмәүен медицина телендә гипотериоз тип йөрөтәләр. Йодты тоҙға, төрлө ҡоро аҙыҡтарға, балалар ризығына ҡушалар, тик был ғына бик аҙ. Организмдағы йод кимәлен шулай тикшереп ҡарарға була: кис йоҡлар алдынан уң беләгегеҙҙең эс яғына 10 см ҙурлығындағы өс һыҙыҡ яһағыҙ. Тәүгеһе ҡуйы, икенсеһе уртаса, ә өсөнсөһө насар ғына һыҙылырға тейеш. Иртәнсәк торғас, ҡарағыҙ: организм ҡайһы һыҙыҡты һеңдергән?
* Насар ғына һыҙылғанын икән, тимәк, һеҙҙә йод етерлек, шулай ҙа яҙлы-көҙлө профилактика үткәреп алыу яҡшы булыр.
* Тәүге ике һыҙыҡтың береһен күрһәгеҙ, тимәк, организмға йод етешмәй.
* Әгәр ҙә өс һыҙыҡ та юҡ икән, “ҡарауыл” ҡысҡырырға кәрәк.

Әйткәндәй, артыҡ ҡуҙғыусан, тирләүсән, тиҙ ҡыҙып барыусандар бындай тәжрибә үткәрһә, уларҙың йөрәк тибеше шәбәйәсәк, шуға күрә был тикшереү улар өсөн түгел.
ФАЙҘАҺЫ
— Гинекологик ауырыуҙарҙан — эстең аҫ яғына 3-5 көн рәттән йод селтәре эшләргә.
— Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына ҡаршы яҡшы сара — бер нисә тамсы йод ҡушылған һөт эсеү.
— Һеңерҙәр тартылғанда — ауыртҡан урынға бер нисә көн йод селтәре яһарға.
— Тымауҙан (әгәр йодҡа аллергия булмаһа) — йод шешәһен асып, танауҙың һәр ҡыуышлығы менән дүрт-биш тапҡыр еҫкәргә.
Тик шешәне асҡас, ҡапыл еҫкәргә ярамай.
— Арҡа ауыртҡанда, берәр сәй ҡалағы йод менән лимон кислотаһын ҡушып, болғарға. Ҡатышманы мамыҡтан эшләнгән тампон менән бөтә арҡаға һөртөргә. 3-4 сәғәттән берәйһенә арҡағыҙҙы күрһәтегеҙ. Йод тоноҡланған урын иң проблемалы һанала. Уны ауыртыу бөткәнсе йод һәм лимон кислотаһы ҡатышмаһы һөртөп дауаларға. Ҡатышманы көн һайын эшләргә ҡәрәк.


Вернуться назад