Ғаилә ҡото — тормош һуты25.02.2012
“Ғаиләнән дә яҡшыраҡ ожмах юҡ” тигән халыҡ шағиры. Ысынлап та, ғаиләле кешенән дә бәхетлерәк әҙәм юҡтыр донъяла, эштән ҡайтыуыңа балаңдың килеп ҡосаҡлауы ғына үҙе ни тора! Ғаилә ныҡлығы илдең ҡеүәтен билдәләй.
Белеүегеҙсә, 2012 йыл республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителде. Исемле йылға ҡарата бәйге ойоштороу йолаһын артабан да дауам итеп, “Ғаилә ҡото — тормош һуты” тигән конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Маҡсатыбыҙ — йәмғиәттең нигеҙе булған ғаиләгә һәм киләсәктең дилбегәһен тоттораһы балаларға ҡағылған барлыҡ мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәреү, быуындан быуынға күсә килгән ҡиммәттәрҙең үҙгәреүенә, юғалыуына ҡарата төплө фекерҙе сағылдырыу, аналитик мәҡәләләргә гәзит биттәрендә киң урын биреү, халыҡ тауышын киң йәмәғәтселеккә еткереү.
Конкурста теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бәйгеселәргә талаптар ҙур: мәҡәләнең күләме йыйнаҡ, самалы булыуы, тормошсанлығы, заман күҙлегенән сығып йәки миҫалдарға таянып яҙылыуы мотлаҡ.
Ғаиләләргә һәм балаларға ҡағылышлы һөйөндөргән күренештәр, көйөндөргән хәлдәр бихисап, шуға күрә теманың төрлө яҡлап яҡтыртылыуына иҫәп тотабыҙ.
Конкурсҡа йомғаҡты киләһе йылдың башында яһау күҙаллана. Махсус комиссия, яҙмаларҙы ҡарап, еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. Иң лайыҡлы тип табылғандарға I, II һәм III дәрәжә дипломдар, матур бүләктәр тапшырыласаҡ. Исем-шәрифегеҙҙе аныҡ, шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе тулы итеп яҙып ебәрергә онотмағыҙ.
Әйҙәгеҙ, бәйгегә ихлас ҡушылығыҙ. Ижади уңыштар теләйбеҙ һеҙгә!
Конкурс комиссияһы.


Вернуться назад