Ниндәй көл һибергә?09.10.2015
Ниндәй көл һибергә? “Көл — яҡшы ашлама”, — тип әйтәләр. Ә унда ниндәй матдәләр бар һуң? Ниндәй көл ҡулланһаң яҡшыраҡ? Баҡсаға торф һәм күмер янғандан ҡалған көл һибергә яраймы?

Көл, иң беренсе сиратта, калийлы-фосфорлы ашлама булып һанала. Әммә, быларҙан тыш, уның составында тупраҡ өсөн файҙалы тағы 30-ҙан артыҡ матдә бар. Мәҫәлән, кальций, магний, тимер, бор һ.б. Көлдә бөтөнләй булмаған берҙән-бер матдә — азот. Шуға күрә үҫемлектәрҙе был төр ашлама менән генә туйындырырға ярамай, азотҡа бай булғандарын да һибергә кәрәк.
Торф көлөн дә, әлбиттә, ҡулланырға була. Ләкин уның файҙаһы бик күп түгел: составында туҡлыҡлы матдәләр аҙ. Ҡайһы бер торф көлдәре тимергә бик бай һәм уларҙы йәшелсәләргә һибергә бөтөнләй кәңәш ителмәй. Шуға күрә бындай көлдө еләк-емеш, ҡыуаҡ ағастары төбөнә ҡойорға тырышығыҙ. Бигерәк тә сейә, сливаларға файҙалы булыр (һүҙ уңайынан, тимер оксиды һалҡынға ҡаршы тороусанлыҡты арттыра).
Ә күмер янғандан ҡалған көлдө ашлама булараҡ, ғөмүмән, файҙаланырға ярамай!
Иң яҡшыһы, әлбиттә, ағас көлө. Файҙалы матдәләрҙән ҡала, ағас көлөнөң тағы бер сифаты бар. Составында эзбиз булғанға күрә, ул тупраҡты әсетеп күпертергә һәләтле. Шуға күрә ергә һипкәндә бик һаҡ эш итергә кәңәш бирәбеҙ. Ҡарағай көлө иң “туҡлыҡлы”ларҙан һанала, ҡайын көлө иһә калий һәм фосфорға бик бай.


Вернуться назад