Тешкә мышаяҡ ҡуйһалар…09.10.2015
Ҡыҙғаныс, әммә бөгөн дә ҡайһы бер стоматологтар теш ауыртыуын мышаяҡ менән баҫа. Бик аҙ миҡдарҙа булған был матдә тештә ваҡытлыса пломба аҫтында ике тәүлек (шунан артыҡ түгел!) тора. Унан пульпаны алып, каналдарға пломба һалалар һәм бары тик шунан һуң ғына теште ямайҙар. Урынлы анестезия менән дауалау уңай­лы­раҡ. Табип бер барыуҙа уҡ пульпаны һәм нервыны алып ата, каналды пломбалай, рентгентға төшөрөү юлы менән уның дөрөҫ ҡуйылыуын тикшерә, ә унан даими ямау һала.
Ә мышаяҡҡа килгәндә, бер ҡурҡынысы бар: әгәр ҙә тештең бер яғы емерелгән булһа, ағыуҙың ваҡытлыса пломба аша үтеп, уртты ялҡынһындырыуы һәм хатта туҡымаларҙы үлтереүе мөмкин. Был хәл һирәк осраҡтарҙа ғына күҙәтелә, әммә әгәр һеҙгә мышаяҡ ҡуйһалар, теш тирәһендәге уртты көҙгөнән йышыраҡ ҡарағыҙ. Уның ҡарайып китеүен күреп ҡалһағыҙ, шунда уҡ табипҡа йүгерегеҙ. Әгәр ҙә уға барырға мөмкинлек булмаһа, зарарланған урынға йод һөртөгөҙ — ул мышаяҡтың йоғонтоһон бөтөрәсәк.


Вернуться назад