Аҡ балсыҡ09.10.2015
Аҡ балсыҡ Аҡ балсыҡ төрлө минераль тоҙҙарға, кремний, тимер, цинк, литий кеүек химик элементтарға бай.

Балсыҡ һауытта һаҡланған һөт әсемәй, ә яңылыш бармағыңды ҡырҡып ебәреп, балсыҡ һөртһәң, ул ҡанды туҡтата, яраны тиҙ уңалта һәм микробтарҙан һаҡлай. Шулай уҡ организмдарҙан төрлө шлак, ағыуҙарҙы сығарыуға булышлыҡ итә, матдәләр алмашыныуын яҡ­шыр­та. Гайморит, ҡолаҡ шешеү, артрит, остеопороз, бронхит, анги­на кеүек ауырыуҙарҙы дауалағанда ла балсыҡты уңышлы ҡулланалар. Был матдә косметологияла ла мө­һим урынды алып тора. Унан йә­шәр­теүсе, туҡландырыусы бит­лектәр эшләйҙәр, сәстәргә лә файҙаһы ҙур.
Ләкин иң файҙалы дарыу ҙа күп ашаһаң ағыуға әйләнә, тиҙәр. Бал­сыҡты тик дарыухананан алғанын ғына ашарға, 21 көндән артыҡ ҡул­ланыу рөхсәт ителмәй, сөнки кеше­лә бәйлелек барлыҡҡа килә. Килеп сыҡмаһа, кунжут ашағыҙ. Ә һәр ва­ҡыт балсыҡ ҡулланыу организмға зыян килтереүе бар.
Балсыҡ ашағы килеү кальций етмәү билдәһе генә түгел. Ул организмда башҡа ауырыу барлығын да иҫкәртә. Шуға күрә башта тера­певҡа күренеү һәм ашҡаҙан-эсәк юлын тикшертеү мөһим.


Вернуться назад