Көн һайын душ кереү (башта йылы, ә аҙаҡтан ҡыҫҡа ваҡытлы һалҡын) барлыҡ тән тиреһе өсөн дә файҙалы. Әгәр эштән ҡайтҡандан һуң йыуынырға күнеккәнһегеҙ икән, тән тиреһен дымландыра торған матдәләр ҡушылған һабын йәки гел ҡулланһағыҙ, яҡшыраҡ булыр. Был тирене тынысландыра, йомшарта. Йыш һәм оҙаҡлап эҫе ваннала ултырырға кәңәш ителмәй. Юғиһә тән тиреһе ҡорой башлай. Әммә йоҡлар алдынан йылы ванна кереү, киреһенсә, файҙалы. Уға эфир майҙары (дарыу ромашкаһы, йүкә, ала миләүшә майҙары) ҡушһағыҙ, тағын да яҡшыраҡ.
Ванна кергәндән һуң биткә туҡландырғыс крем һылағыҙ (ҡоро тән тиреһе өсөн — майлы; нормаль һәм майлы тире өсөн — дымландырғыс кремдар). Ә терһәктәге ҡатыланған тирене йомшартырға лимон (уны терһәктәргә ышҡырға) һәм крем (лимон менән ышҡығандан һуң һылап ҡуйырға) ярҙам итер.
Аяҡтар өсөн һабынлы-содалы ванна яһарға кәңәш ителә. Ҡытыршыланған тиренән пемза ярҙамында арынып була. Бармаҡ араларына — лимон һуты, ә табандарға крем һылағыҙ.
Аяҡ тирләүгә ҡаршы бик ябай ысул бар: һәр кис аяҡтарҙы 10-15 минутҡа шалфей ҡайнатмаһы һәм аш тоҙо (ярты табаҡ йылы һыуға бер ус тоҙ) ҡушылған һыуға тығып ултырығыҙ. Был аяҡ тиреһен таҙартып ҡына ҡалмаясаҡ, ә уны тынысландырырға һәм дезинфекцияларға ла ярҙам итәсәк.
Тән тиреһенең боҙолоуына экология ғына түгел, ә әсе ризыҡтарҙы артыҡ күп ашап, етерлек дәрәжәлә шыйыҡлыҡ ҡулланмау (көн дауамында тейешле норма — 1,5-2 литр), ҡаты һыу менән йыуыныу, һеркәле (һелтеле) һабын һәм, әлбиттә, тәмәке тартыу, араҡы эсеү ҙә сәбәпсе булырға мөмкин. Әлеге насар ғәҙәттәр арҡаһында бит тиреһе һарғылт-ҡыҙыл, ҡайһы ваҡыт һоро төҫкә керә һәм тире күҙәнәкле була.
Дөрөҫ башҡарылмаған осраҡта таҙартыу ҙа тән тиреһенә зыян һалырға мөмкин. Көн һайын ябай һыу һәм ябай һабын менән йыуыныу бит тиреһенең тиҙерәк ҡартайыуына килтерә.
Тиренең ҡоролоғо, уның тартылып торған кеүек булыуы кире процестар тураһында хәбәр итә. Крандан ағып торған ҡаты һыу айырыуса зыянлы, сөнки уның составында кальций һәм магний тоҙҙары күп.