Ҡабаҡ09.10.2015
Ҡабаҡ Алтын төҫөндәге был йәшелсә тәмле генә түгел, бик күп файҙалы матдәләргә лә бай. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, гипертония, бөйөр, бауыр, бәүел ҡыуығы ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда уңышлы ҡулланыла. Ҡабаҡты тары, дөгө, манный бутҡаларына ҡушып ашарға кәңәш ителә. Аҙ ҡанлылыҡ булғанда, колиттан яфаланғанда ла рационда был йәшелсәне арттырырға кәрәк. Һары һыу ауырыуы, йөрәк ауыртып, шешенгәндә лә ҡабаҡ ашау файҙалы.

Цинк тоҙҙары иһә ир-егет өсөн айырыуса файҙалы, уларҙың кәренә ыңғай йоғонто яһай. Ҡабаҡ организмдан холестеринды сығара.
Уҡшытҡан осраҡта ауырлы ҡатындарға һәм диңгеҙ ауырыуынан йонсоусыларға ҡабаҡтың яңы һығылған һутын эсергә кәңәш ителә. Шулай уҡ төнгөлөккә ҡабул ителгән бер нисә ҡалаҡ һут нервы системаһын тыныс­ландыра, тәмле йоҡоға булышлыҡ итә.
Ҡырғыстан үткәрелгән ҡабаҡты тиренең шешкән, елһенгән еренә ҡуялар, шулай уҡ бешкән йә туңған осраҡта, экзема ваҡытында файҙаланалар.
Ҡабаҡты ҡулланыу бер кемгә лә зарар килтермәй, уны ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуҙары мәлендә лә ашау тыйылмай. Йәш балаларҙы туҡландырыу өсөн иҙмә йә бутҡа бешереү уңайлы. Аҙ калориялы аҙыҡ булараҡ, диета тотоусылар өсөн дә ул файҙаға ғына.


Вернуться назад