Йорт шарттарында сүпрә әҙерләү09.10.2015
Сүпрәне йорт шарттарында ла әҙерләргә була. Бының өсөн 1 стакан ондо 1 стакан йылы һыуға ҡушып болғатығыҙ һәм 5-6 сәғәт шулай тотоғоҙ. Унан 1 стакан һыра һәм 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо ҡушып, яҡшылап туҡығыҙ ҙа йылы урынға ҡуйығыҙ. Әлеге ҡатнашманы кибеттән һатып алған ябай сүпрә кеүек үк ҡулланалар һәм баҙҙа йәки һыуытҡыста һаҡлайҙар. Бындай сүпрәнән баҫылған ҡамыр яҡшы күперә.
Әҙер сүпрә (кибеттән һатып алғаны) оҙаҡ һаҡланһын өсөн уны онға йәки ваҡ бөртөклө тоҙға һалып ҡуялар.
Йомшаҡ, йәбешеүсән ҡамырҙың өҫтөнә бер аҙ май һыланған пергамент ҡағыҙ ҡаплап йәйһәң яҡшыраҡ.
Һыуытҡыста һаҡланған сүпрәгеҙ иҫкергән икән, борсолорға ашыҡмағыҙ, сөнки уларҙы еңел генә яңыртып була. Бының өсөн сүпрәне бер ҡалаҡ йылы һыу һалып иҙегеҙ ҙә 1 балғалаҡ шәкәр ҡомо өҫтәгеҙ. Әгәр 10 минуттан күбекләнә башлай икән, тимәк, уға “йән кергән”. Сүпрәнең ҡарайған өлөштәрен киҫеп ташлағыҙ, уларҙы инде ҡулланырға ярамай.