Ананас шаҡтай ҡиммәт, шуға күрә лә уны һайлағанда иғтибарлы булырға кәрәк.
Таҙа ананастың һабағы йәшел төҫтә һәм ҡаты, ҡабығы тығыҙ булырға тейеш. Ҡабығы йәшел төҫтә булыуы был әле ул өлгөрмәгән тигән һүҙ түгел. Ә ҡабығында ҡара таптар төҫмөрләнгән ананасты һатып алмағыҙ, ул артыҡ өлгөргән һәм боҙола башлаған буласаҡ.
Ананасҡа һуҡҡылап ҡарағыҙ. Әгәр тоноҡ тауыш сыға икән, тимәк, ул өлгөргән, ә бушлыҡҡа һуҡҡандағы кеүек яңғыраһа, тимәк, ананас артыҡ өлгөргән һәм эсе кибә башлаған.
Өлгөргән ананастың эске яғы һары төҫтә, ә өлгөрмәгәне аҡһыл була.
Киҫелмәгән ананасты бүлмә температураһында һаҡларға кәрәк. Юғиһә ул үҙенең тәмен һәм хуш еҫен юғалтасаҡ.