Ҡорот09.10.2015
Ҡорот Ҡорот — халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе. Уны әҙерләү өсөн айыртылған һөттө ҡайнатып, ҡатыҡ ойотаһың. Ҡатыҡ ҡойолған һауытты болғатып торорға кәрәк. Шул саҡта ул тиҙерәк әсей. Әсеп сыҡҡас, ҡайнатырға мөмкин. Ҡайнатҡан ваҡытта йыш болғатһаң, ҡорот төйөрһөҙ килеп сыға. Ҡайнап сығыр алдынан самалап тоҙ һалырға кәрәк.

Сейәле, муйыллы ҡорот түбәндәгесә яһала. Ҡоротто ҡайнатып һыуытҡас, уны махсус таҫтамалдан тегелгән тоҡҡа ҡойоп һарҡытаһың. Уның бер нисә көн тороуы мөмкин. Һарҡытылған ҡоротто тоҡтан бушатып, ҙур табаҡта ҡамыр баҫҡан шикелле, тәменә ҡарап, тоҙ ҡушып баҫаһың. Теләгең буйынса, йәш ҡоротто ваҡлап киптерергә була. Хәҙер күптәр туңдырғысҡа һалып та һаҡлай. Муйылды ит турағыстан ике ҡат үткәреп, әҙерләп ҡуяһың. Кәрәк ваҡытта уны ҡоротҡа самалап ҡушып, сәй табынына бирәһең.
Шулай уҡ йәш ҡоротто йомғаҡлап таҡтаға һалырға ла, өҫтөнә сепрәк ябып, бер нисә көн ҡояшта киптерергә лә мөмкин. Ләкин ҡорот таш кеүек ҡатмаһын һәм артыҡ әсе булмаһын тиһәң, уны төтөнгә ҡуйып ыҫлау яҡшы. Элегерәк ҡоротто тик шулай итеп эшләгәндәр ҙә. Бының өсөн ихаталағы асыҡ усаҡ өҫтөнә 2 метр самаһы бейеклектә тар ғына ағас таҡталарҙан ылаш яһап ҡуйыла һәм баш-баш итеп йомарланған ҡорот шунда теҙеп һалына. Яңы яһалған ҡорот кәмендә аҙна-ун көн төтөндә ыҫланып торорға тейеш. Тик шунан һуң ғына уны ашарға ла, ашҡа һалырға ла, ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ла була.



Вернуться назад