Лимон, әфлисун ҡабыҡтарын, ғәҙәттә, сүп силәгенә ташлайбыҙ. Ә юҡҡа, сөнки уны бик тә файҙалы итеп ҡулланырға була. Әҙерләүҙең бер ниндәй ҡыйынлығы ла юҡ. Бының өсөн әфлисун һәм лимон ҡабығын бик йоҡа ғына итеп әрсеп, киптерегеҙ һәм, ваҡлап, кәрәгенсә ҡулланығыҙ.
Лимон ҡабығын йәшелсәле, итле-йәшелсәле һәм балыҡлы салаттарға, шулай уҡ улар янына сығарыла торған һалҡын соустарға ҡушырға мөмкин. Ҡыҙыл сөгөлдөрлө йәки шпинатлы аштарға, кәбеҫтә ашы һәм борщҡа шулай уҡ лимон ҡабығы ярҙамында үҙенсәлекле тәм өҫтәргә була. Уны аш бешеп сығырға бер минут ҡалғас йәки бешеп сыҡҡандан һуң ҡайнар мәлендә ҡушырға һәм шунан һуң 3 минут төнәтергә кәрәк. Итле һәм балыҡлы соустарға, шулай уҡ ит һәм балыҡ фарштары ҡушып әҙерләнгән ризыҡтарға лимон ҡабығы ҡушылһа, улар айырыуса тәмле була. Лимон ҡабығы төрлө кондитер эшләнмәләре бешергәндә лә ҡулланыла.
Әфлисун ҡабығын әҙерләү өсөн, емеште тар итеп таҫмалап таҙартып, яҡшылап киптерегеҙ (ул төрөлөп кибәсәк һәм нәҙек көпшәгә оҡшап ҡаласаҡ). Ул татлы ризыҡтар һәм ҡамыр эшләнмәләре бешергәндә ҡулланыла.
Мандарин ҡабығын да ҡулланырға була. Ул да кондитер эшләнмәләре һәм татлы ризыҡтар бешергәндә ҡушыла.
Быяла стакандарҙы лимон телеме менән һөртөп, бер ни ҡәҙәр ваҡыттан йыуып ҡуйһаң, улар ялтырап торасаҡ.
Микротулҡынлы мейестәге насар еҫтән арыныу өсөн унда лимон киҫәге һалынған бер стакан һыуҙы ҡайнатып сығарығыҙ. Унан мейесте йомшаҡ губка менән йыуығыҙ, был осраҡта май таптарынан арыныу ҙа бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.