Йәшелсәне нисек бешерергә?09.10.2015
Мин гастрит менән ауырыйым. Табиптар йәшелсә ашарға ҡуша. Уларҙы термик ысул менән эшкәртеүҙең ҡайһы төрө яҡшыраҡ икәнлеген аңлатһағыҙ ине.
Т. КӘРИМОВА.
Мәләүез районы.
Йәшелсә әҙерләүҙең иң файҙалы һәм ябай ысулы — парҙа бешереү. Беренсенән, кәстрүлдә бешер­гәндәгенән айырмалы, был осраҡта улар һыуға теймәй. Шуға уларҙа һыуҙа тарҡала торған витаминдар һаҡланып ҡала (шул иҫәптән аскорбин кислотаһы ла). Икенсенән, кәбеҫтә, фасоль һәм кишер күпкә һутлыраҡ була, төҫтәрен үҙгәртмәй. Әгәр өйөгөҙҙә парҙа бешереү яйланмаһы юҡ икән, кәстрүлде ут өҫтөнә ҡуйып, ҡайнар һыу һалығыҙ һәм өҫтөнә йәшелсә тултырылған дуршлаг урынлаштырығыҙ.



Вернуться назад