Йәйҙән “күстәнәс”09.10.2015
Йәйҙән “күстәнәс” Маринадланған кәбеҫтә

Кәбеҫтә өҫтөнә ҡойоу өсөн 1 л һыу, 120 г шәкәр, 80 г тоҙ, 200 г 9 процентлы һеркә алы­на. Бер литрлы банкаға 800 г самаһы кәбеҫтә кәрәк.
Кәбеҫтәне оҙонсалап турар­ға, ҡайнар һыу менән сай­ҡа­тырға.
Банкаға 200 г ҡайнар тоҙлоҡ, 4-5-әр бөртөк борос менән ҡә­нәфер, 2-3 г дәрсен һалырға, аҙаҡ сайҡатылған кәбеҫтәне тултырырға, һыуы кәбеҫтәнең өҫтөнә сығырға тейеш.
Банкаларҙы һыулы кәстрүлгә ултыртып, ярты литрлыҡтарын — 10-12, бер литрлыҡтарын 13-15 минут ҡайнатырға.

Алмалы кәбеҫтә

1 кг кәбеҫтәгә 100 г алма, 5 г әнис йәки укроп, 50-100 г шәкәр, 25 г тоҙ, 5-10 борос йәки ҡәнәфер.
Тоҙлоҡ: 1 л һыуға 300 г 9 процентлы һеркә.
Кәбеҫтәне турарға, алманы, ҡабы­ғын әрсеп, орлоғон алып, оҙонсалап киҫергә. Кәбеҫтә менән алманы бутап, тоҙ, шәкәр һалып болғатып, ике сәғәткә ултыртып ҡуйырға. Банканың дүрттән бер өлөшөнә тоҙлоҡ һалғас, тәмләт­кестәр менән ҡуша алдан әҙерләнгән массаны тултырырға. Уны тығыҙларға, әммә тоҙлоҡто түкмәҫкә. 90 градуста ярты литрлы банкаларҙы — 20, ике литрлыҡтарын 25 минут пастериза­цияларға.


Татлы боросло кәбеҫтә

5 кг аҡ күсәнле кәбеҫтә, 2 кг тат­лы борос, 1 кг ки­шер, 1,5 кг һуған, 500 г үҫемлек майы, 200 г шәкәр, 400 г 9 процентлы һеркә, 4 аш ҡалағы тоҙ.
Кәбеҫтәне, һуған ме­нән татлы боросто оҙон­салап турарға, кишерҙе ҡыр­ғыстан үткәрергә. Тоҙ, шә­кәр, һеркә өҫтәргә. Барыһын да ныҡлап бутап, литрлыҡ банкаларға һалып, 20 минут стерилләгәндән һуң ныҡлап ябырға.


Вернуться назад