Ҡабығын да ташламағыҙ09.10.2015
Иманым камил, күптәр һуған ҡабығының төнәтмәһе төрлө микроэлементтарға һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай икәнлеген белһә лә, ғәмәлдә уны ҡулланып бармай. Үҫемлектәрҙе һәр төрлө ауырыуҙарҙан һәм ҡоротҡостарҙан һаҡларға ярҙам иткән, төнәтмәне һарғайған, һулыған йәшелсәләргә һиптереү яҡшы. Хәйер, уларҙы ғына ла түгел. Һуған ҡабығынан әҙерләнгән төнәтмә — бүлмә гөлдәре өсөн дә бик яҡшы альтернатива.
Ҡабыҡты ҡыш дауамында йыйып, төнәтмәне яҙ башынан уҡ әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн 1 литрлыҡ банка күләмендәге ҡабыҡты 10 литр һыуға һалып йылыта бирәбеҙ. Тик ҡайнап китмәһен. Һуңынан ҡапҡасын ябып, дүрт көн төнәткәс, һарҡытабыҙ. Төнәтмә әҙер.


Вернуться назад