Кәбеҫтәне дөрөҫ һаҡлағыҙ09.10.2015
Кәбеҫтәне дөрөҫ һаҡлағыҙ Кәбеҫтә оҙағыраҡ һаҡланһын тиһәгеҙ, көҙ һыуыҡтар алдынан күсәндәрҙе тамыры менән йолҡоп алығыҙ һәм, өҫкө япраҡтарынан әрсеп, бер нисә көн киптерегеҙ. Һуңынан күсәндәрҙе парлап бәйләп, баҙығыҙҙың түбәһенә элеп ҡуйығыҙ.
Баҙҙағы һауа температураһы 1 градус һалҡындан 10 градусҡаса йылы, ә уртаса дымлылыҡ 90-98 процент булғанда кәбеҫтә оҙағыраҡ та, яҡшыраҡ та һаҡланасаҡ.
Кәбеҫтәне балсыҡ менән һылаһаң, тағы ла шәберәк буласаҡ, тигән фекерҙә ҡайһы бер тәжрибәле белгестәр. Бының өсөн балсыҡты ҡоймаҡ туҡыған ише һыу менән иретәһең дә йәшелсәне шунда манаһың. Серемәй ҙә, ҡоротҡостар ҙа яфаламай.


Вернуться назад