Кишерҙе тәбиғәткә яҡын шарттарҙа һаҡлау күпкә яҡшы. Иң беренсе сиратта соҡор (уны оҙонса итергә лә мөмкин) ҡаҙырға кәрәк. Бында температура, дымлылыҡ аҙ ғына үҙгәрә һәм 5 процентҡа ҡәҙәр углекислоталы газ булған грунт һауаһының махсус составы булдырыла. Ул кишерҙе үҫтермәй, ауырыуҙар үҫеш алыуға юл ҡуймай. Хатта температура күтәрелгән осраҡта ла бындай һауала кишер яҡшы һаҡлана.
Кишерҙе өй тирәһендәге баҡсала, дачала һаҡларға була. Соҡорҙо ямғыр һәм ҡар һыуҙары ситкә ағып төшөрлөк ҡоро һәм ҡалҡыуыраҡ ерҙә ҡаҙырға кәрәк. Ер аҫты һыуҙары соҡор нигеҙенә 1 метрҙан да яҡыныраҡ килергә тейеш түгел. Кишер ятаһы урындың ҡышҡы һалҡын елдәрҙән ағастар, тығыҙ ҡойма йә иһә берәй ҡоролма менән һаҡланған булыуы мөһим. Нимәнән башларға? Соҡорҙо 1,5 м тәрәнлектә ҡаҙалар, киңлеге иһә, 1 м булып, аҫҡа табан тарая барырға тейеш. Уңыштың күпме булыуын иҫәпкә алып, оҙонлоғон теләгән ҡәҙәр итергә мөмкин. Соҡор тирәһендә һыу ағыу өсөн 40-50 см йыраҡлыҡта канау ҡаҙып сығыу ҙа яҡшы. Сысҡандарҙан һаҡлау өсөн соҡор тирәһенә шыршы ботаҡтары ҡуйырға кәрәк.
Кишерҙе тупраҡ өҫтөнә һалырға ла, тартмаларға тултырып ҡуйырға ла мөмкин. Һалҡын ҡышты күҙаллап, кишерҙе тупраҡ сигенән ярты метр түбәнерәк ҡалырлыҡ итеп һалыу мөһим.
Бер нисә ҡатлы “юрған” Кишер өҫтөн иһә бер нисә тапҡыр ҡапларға кәрәк буласаҡ. Беренсе тапҡыр һаҡлауға һалғас та ябаһың. Иң элек кишер өҫтөнә йоҡа ғына ҡатлам (3-5 см) тупраҡ һибәләр. Унан һалам менән ҡаплайҙар. Кишер өҫтөнә туранан-тура һалам һалырға ярамай, сөнки ул һауаны ҡорота, һөҙөмтәлә тамыраҙыҡтарҙан дымды тартып, уларҙы шиңдерәсәк.
Һалам өҫтөнә 10-15 см ҡалынлығында, соҡор ситенән 30-40 см сығып торорлоҡ итеп тупраҡ һалырға кәрәк. Ул соҡорға һыу төшмәһен өсөн ер өҫтөнә күтәрелеберәк торорға тейеш. Башта кишерҙе тупраҡ менән тотошлай ҡапламағыҙ. Тупраҡты һаламға, уртала 20-30 см киңлегендәге ара ҡапланмайынса ҡалырлыҡ итеп, төрлө яҡлап ташларға кәңәш ителә. Ә соҡор уртаһында иһә шундай уҡ диаметрҙағы тишек ҡалдырыу мөһим. Был көндәр оҙаҡ һалҡын торғанда соҡорҙағы градустың урамдағы һауа температураһы менән бергә төшөүенә килтерә. Юғиһә тамыраҙыҡтарҙың үҙҙәренән-үҙҙәре йылыныуы бар.
Соҡорҙо тупраҡ менән икенсе тапҡыр, ундағы температура 3-4 градусҡаса төшкәс, ҡапларға кәрәк. Был осраҡта еүешләнгән һаламды ҡороһона алмаштырып, соҡорҙо тулыһынса ҡаплайҙар.
Ҡараштырып тороғоҙ Температураны даими күҙәтеп тороу — тамыраҙыҡтарҙың һаҡланыу сифатын тикшереүҙең төп ысулы. Температура 0-1 градусҡа төшкәндә, соҡор өҫтөнә торф, бысҡы сүбе, ҡар өйәләр. Температура 8 градустан күтәрелһә, баҙ өҫтөн ҡарҙан таҙарталар. Әгәр ҙә был ярҙам итмәһә, соҡор яндарынан һаламға еткәнсе лом менән тишектәр яһайҙар. Төнгөлөккә иһә уларҙы бысҡы онтағы менән ҡаплайҙар, ә көндөҙ асалар. Ҡарһыҙ ҡыштарҙа соҡорҙо ҡаплаған тупраҡтың ярылыуы мөмкин. Шуға ла уның өҫтөнә бысҡы вағы, япраҡтар, торф йә иһә ниндәй ҙә булһа шундайыраҡ материал һалырға кәрәк.