Һуған төрлө бәшмәк ауырыуҙарына һәм ҡоротҡостарға тиҙ бирешеүсән. Ошо сәбәпле сереп тә бара. Нимә эшләргә?
1. Алдан уҡ уның ауырыуҙарға тотороҡло сортын һайларға тырышығыҙ. Был йәһәттән айырыуса “эльдорадо” популяр.
2. Ултыртыр алдынан орлоҡто “НИУИФ-1” препараты менән дезинфекциялағыҙ (30 литр һыуға 13 процентлы 10 г препарат тура килә).
3. Йәй һуҙымында йәшелсәгә ике-өс тапҡыр 1 процентлы бордос шыйыҡсаһын һиптереп алғанда, тағы ла яҡшыраҡ (10 литр күләмендә 1 процентлы бордос шыйыҡсаһы әҙерләр өсөн ваҡланған 100 г баҡыр купоросын 1 литр йылымыс һыуҙа иретәбеҙ һәм 9 литр һыу өҫтәйбеҙ). Әҙер шыйыҡсаға бер аш ҡалағы он ҡушырға ла мөмкин. Был иретмәнең һуған япраҡтарына тигеҙ йәбешеүенә булышлыҡ итәсәк.
Ғөмүмән, тәжрибәле баҡсасылар фекеренсә, орлоҡтан үҫтерелгән һуған күпкә яҡшыраҡ һаҡлана. Ләкин беҙ һуғанбаш ултыртырға күнеккәнбеҙ. Уны иһә ваҡытында йыйып алыу мөһим. Үҫкәндә лә төптәрен йошартып, һабағына саҡлы тупраҡ менән күмеп тороу шарт. Көҙөн, йыйып алғас, һуғанды кәмендә ун көн киптерергә кәрәк. Һуңынан ғына япраҡтарын ҡырҡабыҙ. Иң яҡшыһы — һуғанды пластмасса йәшниктәрҙә һаҡлау.