Тиреҫ урынына — арыш09.10.2015
Хәҙер ауылдарҙа ла тиреҫ табыу проблемаға әүерелеп бара. Ҡалала ул, ғөмүмән, алтынға бәрәбәр. Шуға тиреҫте еңел генә арышҡа алыштырырға була.
Был игенде 25 августан сентябрь урталарына тиклем сәсергә мөмкин. Бушап ҡалған түтәлдәргә лә сәсергә ярай. Ҡышҡа ҡәҙәр ул тишелеп, үҫеп ҡалырға тейеш. Яҙын тупраҡ туңдан иреү менән тағы уяна. Сәсеү эштәре башланыуға ике аҙналап ҡалғас, түтәлдәрҙе ҡаҙығыҙ.
1 сутый ергә яҡынса 1,8 кг арыш кәрәк буласаҡ. Уны бабайҙар ысулы менән (һибеп) йәки рәт-рәт итеп сәсергә мөмкин. Ҡуйыраҡ һипһәң дә насар булмаясаҡ. Бындай ашлама тиреҫтән күпкә өҫтөнөрәк. Беренсенән, арзанға төшә. Һеҙгә бары орлоҡ өсөн генә түләйһе. Икенсенән, тиреҫ кереткәндәге кеүек баҡсаға миллионлаған сүп орлоғо күсмәй. Ул, киреһенсә, сүп үләндәрен ҡыҫырыҡлай. Йәнә йәшел ашлама тупраҡҡа файҙалы микроорганизмдарҙы 1,5-2 тапҡырға арттыра, ә был ерҙең биологик әүҙемлеге яҡшыра тигән һүҙ.
Әйткәндәй, баҡсаға ашлама булараҡ гәрсис, борсаҡ сәсергә лә мөмкин. Улар картуфтың төп дошманы булған ҡоротҡос бөжәктән ҡотолорға ярҙам итәсәк.