Октябрь айында баҡсаны ҡышҡа әҙерләү мәшәҡәттәре башлана. Иң мөһиме — үҫенте ҡалдыҡтарынан арыныу, органик ашлама индереү. Күп йыллыҡ үҫентеләрҙе һәм ҡыуаҡтарҙы яҡшылап ҡаплап ҡуйырға ла онотмағыҙ, юҡһа, ҡышҡы һыуыҡтарҙа уларҙың туңыуы ихтимал. Бының өсөн иң ҡулайлыһы — тимер сымдарҙан һәм таҡтанан каркас әтмәләп, уны пленка менән ябыу, эсенә торф, ҡойолған япраҡтар йәки бысҡы вағы һалырға мөмкин. * Сәскә төптәрен торф һибеп, шыршы ботаҡтары менән ҡапларға кәрәк.
* Ҡыуаҡтар ҡыш өшөмәһен тиһәгеҙ, төптәрен бейек итеп күмегеҙ, ә ботаҡтарын ергә эйеп, полиэтилен тоҡ кейҙерегеҙ һәм тирә-яғына бысҡы валсығы һибегеҙ.
* Әгәр үҫентеләрҙең шытымдары һыныусан икән, ботаҡтарҙы вертикаль рәүештә шпагат менән тарттырып бәйләргә лә мөмкин. Тик тоҡ һәм рубероид менән ҡаплап ҡуйырға онотмағыҙ.
Ҡар яуһа, уны үҫенте төптәренә күберәк ырғытырға тырышығыҙ. Ни тиһәң дә, ҡалын ҡар ҡатламы — иң шәп япма.