Ҡайһы диск яҡшыраҡ?09.10.2015
Ҡайһы диск яҡшыраҡ? Йәйге йә ҡышҡы миҙгелгә күс­кән­дә, шина менән бергә дисктарҙы ла алмаштырырға кәрәк, тиҙәр. Мәҫә­лән, ҡышҡа — ҡорос, ә йәйгә ҡойоп яһалған еңел дисктар ҡуйыу отошло икән. Тутыҡ дисктарҙың ике төрлө­һөн дө ашай, ә ҡоросо арзаныраҡ… Был фекер дөрөҫмө?

Нажиә.
Благовар районы.


Аҡсаны һаҡсыл тотонорға теләү маши­наның көпсәләр менән корпусын тоташтыра торған механизмдар системаһына (подвеска) өҫтәмә ауырлыҡ тыуҙыра. Һүҙ ҙур һәм ҡеүәтле машиналар тураһында барғанда, был айырыуса әһәмиәтле. Ҡорос дисктар ауырыраҡ — тимәк, шасси деталдәренә ауырлыҡ та күберәк төшә. Яҡшы алюмин дисктарҙың тутыҡмауын иҫәпкә алғанда ла, ҡышҡа ҡорос диск ҡуйыуҙың аҡсаны янда ҡалдырырға мөмкинлек бирере икеле.
Танылған маркалы, яҡшы сифатлы ҡо­йоп яһалған еңел дисктарҙың тышҡы ҡиәфәте, бер нисә миҙгел йөрөүгә ҡара­маҫтан, һәйбәт һаҡлана. Дөрөҫ, бының өсөн уларҙы махсус химик шыйыҡса менән эшкәртеп торорға кәрәк. Ә йәйен ҡорос дискты ҡойоп яһалғанына алмаштырыу, моғайын, уҙған быуаттан ҡалған ғәҙәттер. Ул ваҡытта ҡойоп яһалған еңел дисктар шаҡтай ҡиммәт, дефицит һәм сифатһыҙ ине.
Билдәле, дисктар ҡыш һәм йәй өсөн ике комплектта булһа яҡшы. Миҙгел һа­йын алмаштырыу дисктарҙың да, рези­аның да хеҙмәт итеү ваҡытын ҡыҫҡарта.


Вернуться назад