Резюме тултырыу — эш табыуҙа тәүге аҙым09.10.2015
Резюме тултырыу — эш табыуҙа тәүге аҙым Әҙерлекте бүтәндәрҙең резюмеһын өйрәнеүҙән башлағыҙ. Бе­ренсенән, был алым талаптар, шарттар тураһында белешмә алырға ярҙам итһә, икенсенән, бүтәндәрҙең ыңғай яҡтарын өйрәнергә мөмкин йәки, киреһенсә, ниндәйҙер хатаны ҡабатламаҫһығыҙ.
Үҙегеҙҙең электрон адресығыҙҙы булдырығыҙ, телефонығыҙҙы теркәргә онотмағыҙ.
Яҙмалағы мөһим пункт — һеҙ теләгән эш хаҡы. Әлбиттә, бөгөн бер кемдең дә арзанға бил бөккөһө килмәй, шуға күрә мөмкин тиклем юғары эш хаҡын билдәләгеҙ, ә уны кәметеү бер ҡасан да һуң түгел.
Быға тиклемге эш урынығыҙ тураһында тәф­сир­ләп яҙығыҙ. Ҡасан эшкә урынлашҡанһығыҙ һәм унан кит­кәнһегеҙ, компанияның эшмәкәрлеге, биләгән вазифағыҙ — береһен дә төшөрөп ҡалдырмағыҙ.
Ҡайһы юғары уҡыу йортон тамам­ла­ға­нығыҙ, ниндәй курстарға, тренингтарға йөрөгәнегеҙ хаҡында мәғлүмәт тә документта мотлаҡ урын алырға тейеш.
Резюмеға үҙегеҙҙең нимә менән мауығыуығыҙҙы ла индерегеҙ, шәхси сифат­тарығыҙҙы ла өҫтәгеҙ. Фото, мот­лаҡ булмаһа ла, һәр саҡ иғтибарҙы үҙенә тартыусан. Рәсми фотоғыҙ бар икән, бигерәк тә һәйбәт.
Аҙаҡҡы эш урынынан ҡылыҡһырлама алып килеү шулай уҡ һеҙҙең файҙаға. Тәғәйен вакансия тураһында ғына һүҙ йөрөтөгөҙ, ә ҡулдан килмәгәнде теҙеп сығыу кәрәкмәй.
Резюмены ҡабаттан ентекләп уҡып сығығыҙ, бәләкәй генә хатаға ла юл ҡуйылырға тейеш түгел.


Вернуться назад