Сәс алыу машинаһы ниндәй булырға тейеш?09.10.2015
Сәс алыу машинаһы  ниндәй булырға тейеш? Элегерәк электр менән эшләгән сәс алыу машиналарын ҡиммәтле салондарҙа ғына табып була ине. Бөҙрәханалар иһә, нигеҙҙә, механик машиналар ҡулланды. Ә бындайҙар менән эшләү өсөн оҫталыҡ кәрәк, сөнки бысаҡтар машина һабына баҫҡылау аша хәрәкәткә килтерелә, ә ул ваҡытта ҡул һелкенмәҫкә тейеш, юғиһә машинаның сәсте йолҡоуы һәм башты ауырттырыуы бар.

Техника туҡтауһыҙ камиллаша, алға бара. Хәҙер сәс алыу машинаһының механик төрөнә алмашҡа күпкә тиҙерәк тә, теүәлерәк тә һәм сәс алдырыусыла ауыртыу тыуҙырмайынса йомшаҡ та эшләй торған электр сәс алыу машиналары барлыҡҡа килде. Улар тиҙ арала киң ҡулла­ны­лышҡа инде. Балаларҙың йә ир-аттың сәсен алыу өсөн күп кенә ғаиләләр үҙҙәре лә шундай машиналар һатып ала башланы. Хәҙер магазиндарҙа һайлау мөмкинлеге ҙур, әммә ниндәй моделгә өҫ­төнлөк бирергә һуң? Әйҙәгеҙ, электр сәс алыу машинаһының ниндәй мөмкинлектәре мөһим булыуын, ниндәй өҫтәмә йыһаздары булырға те­йеш­леген, ә ниндәйҙәренең бөтөнләй фай­ҙа­ла­нылмауын асыҡлап ҡарайыҡ әле.
Еңел хәрәкәт. Машинаның сәсте еңел һәм йомшаҡ алыуы бысаҡ тештәренең үткерлегенә, өҫкө һәм аҫҡы бысаҡтарҙың бер-береһенә ҡыҫы­лып тороу дәрәжәһенә һәм, әлбиттә, хәрәкәт тиҙ­легенә бәйле. Шул уҡ ваҡытта машина сәсте ти­геҙ алырға һәм ҡыҫылып туҡтап ҡалырлыҡ булмаҫҡа тейеш. Йомшаҡ һәм һирәк сәсте еңел алған машина ҡаты һәм ҡуйы сәсте лә шулай уҡ еңел киҫәсәк тигән һүҙ түгел әле.
Тиҙлек. Сәс алыу тиҙлеге бысаҡтарҙың нисек хәрәкәт итеүенә бәйле. Бысаҡтар ни ҡәҙәр тиҙе­рәк хәрәкәт итһә, машина ла сәсте шул тиклем йәһәтерәк ала. Ә машинаның тиҙлеге юғарыраҡ булған һайын, сәс алыу өсөн дә шул ҡәҙәр аҙыраҡ көс һәм ваҡыт талап ителәсәк.
Таҙартыу. Аҫҡы һәм өҫкө бысаҡтар бер-бере­һенә тығыҙ ҡыҫылған булыуға ҡарамаҫтан, улар араһына барыбер сәс кереп тулыуы мөмкин. Бысаҡтарҙы ҡулланған һайын таҙартып торорға кәрәк. Шуға күрә ул еңел һүтелергә һәм маши­наның эске яғын таҙалау уңайлы булырға тейеш. Бысаҡтарҙың винт менән беркетелгән варианты бер аҙ уңайһыҙлыҡ тыуҙырасаҡ.
Ауырлыҡ. Машина ауыр булһа, ҡул тиҙ тала. Шул уҡ ваҡытта артыҡ еңел машина менән эшләү ҙә ҡыйын — ул ситкә һикергеләргә мөмкин.
Ҡулға тотор өсөн уңайлы булһын. Машинаны ҡулға тотоп эшләүҙең, шулай уҡ төймәләр һәм тиҙлек күсергестәр менән эш итеүҙең ни ҡәҙәр уңайлы булыуы тураһында һүҙ бара.
Өҫтәмә деталдәрҙе көйләү уңайлылығы. Өҫтәмә деталде (насадка) һәр ваҡыт һалдырып, икенсеһен кейҙерергә кәрәк булмаһа, уңайлы. Был осраҡта “телескопик” тип аталған өҫтәмә деталдәр яҡшы.
Тауыш һәм вибрация дәрәжәһе. Тауышһыҙ тиерлек эшләгән машина менән эш итеү күпкә уңайлыраҡ. Шулай уҡ вибрация ҡулға һиҙелерлек көслө булһа, теүәл хәрәкәттәр яһарға ла ҡамасаулаясаҡ.
Һаҡлау. Үҙенең махсус ҡумтаһы булған маши­наларҙы һаҡлау күпкә уңайлыраҡ. Өҫтәүенә әлеге һауытта машинаның өҫтәмә деталдәрен дә урынлаштырып булһа, тағы ла яҡшыраҡ.
Ҡайһыһын һайларға?
Белгестәр башлыса “Panasonik” фирмаһын кәңәш итә. Уңайлы формалы, ҡулдан шыумай торған тотҡалы һәм оптималь ауырлыҡта булыуы – әлеге мо­дел­дең өҫтөн­лөк­лө яҡтары. Машина тауышһыҙ тиерлек эшләй, шул уҡ ва­ҡытта бысаҡтар тиҙ хәрәкәт итә (минутына 10 мең әйлә­неш). Комплектта һаҡлау өсөн махсус һауыт та һатыла.
“Philips” үрҙә тел­гә алынған фирма ма­ши­наһынан 100 грамға еңелерәк, уның ауыр­лығы – 154 грамм. Әлеге моделдең өҫтөнлөклө яҡ­тары – өҫтәмә деталдәрҙе урынлаштырыуҙың һәм уларҙы көйләүҙең уңайлы булыуы. Еңел таҙартыла. Комплектта ни бары ике генә үтә күренмәле деталь бар, ләкин уларҙы сәсте төрлө оҙонлоҡта алыу өсөн 15(!) төрлө итеп көйләп була. Өҫтәмә детал­дәр еңел ҡуйыла һәм алына.
“Babyliss” фирмаһы тәҡдим ит­кән моделдәр ҙә насар түгел. Уларҙың өҫтәмә деталдәрен көй­ләү генә бер аҙ ҡатмарлыраҡ.
“Vitek” фирмаһы ла ярайһы уҡ яҡшы сәс алыу машиналары сыға­ра. Улар шаҡтай еңел йөрөй, бы­саҡтары ла тиҙ хәрәкәт итә. Ул то­тоуға ла уңайлы. Махсус ҡумта­һы ла бар. Тик вибрацияһы бик көслө, бының иһә тигеҙ хәрәкәттәр яһарға ҡамасаулауы мөмкин.
“Rowenta” фирмаһы машиналары иһә уртасанан юғарыраҡ тип баһалана. Өҫтәмә деталдәре еңел алмаштырыла. Сәсте кәрәкле оҙон­лоҡта алыу өсөн өҫтәмә деталдәрһеҙ генә көйләү мөмкин. Әммә машинаның ҡыуышлығына йәбештерелгән губка ғына таҙар­тыу процесын оҙаҡҡараҡ һуҙа.


Вернуться назад