Ҡурайы менән танылып тора25.02.2012
Ҡурайы менән танылып тораБөгөн республикабыҙҙың Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Юбилей тиһәк тә хата булмаҫ, сөнки уның барлыҡҡа килеүенә быйыл 20 йыл тула.
Башҡортостандың зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәрҙән торған дәүләт флагы 1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ының Юғары Советы тарафынан ҡабул ителгән. Уның авторҙары — рәссамдар Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабина.
Башҡортостан флагында урман-ҡырҙарыбыҙҙың йәшеллеге, күгебеҙҙең зәңгәрлеге, һауабыҙҙың сафлығы һынлана. Ә тәрәндән фекер йөрөтһәң, был төҫтәр халҡыбыҙҙың аҡ уйҙарын, тыныс һәм татыу тормошҡа ынтылышын, азатлығын сағылдыра. Йәшел төҫ — ирек һөйөүсәнлеккә, шул уҡ ваҡытта тормоштоң мәңгелек булыуына, аҡ төҫ иһә тыныслыҡҡа, бар нәмәнең дә асыҡ икәнлегенә ишаралай. Күк төҫ уй-ниәттәрҙең изге булыуын, сафлыҡты һынландыра. Уртала торған ете тажлы ҡурай сәскәһе лә бик урынлы. Шул арҡала Башҡортостан флагы әллә ҡайҙан таныла, бүтән флагтар араһынан уны тиҙ айырып була.
Флаг туҡыма киҫәге генә түгел. Ул, республикабыҙҙың дәүләтселек билдәһе булараҡ, Башҡортостандың барлыҡ дәүләт учреждениелары, хакимиәт биналары башында ғорур елберҙәй. Республикала юғары кимәлдә ойошторолған форумдарҙа, спорт ярыштарында, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыусыларҙы ла тап ошо флаг сәләмләй.
Әлфиә ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад