Матур ерҙә матур йәшәргә!07.10.2015
Тәбиғи матурлығы буйынса Йылайыр районын хаҡлы рәүештә икенсе Швейцария тип йөрөтәләр. Хозур урмандары, мәғрур тауҙары, саф һыулы йылғалары, көмөштәй шишмәләре менән дан тота ул. Тәбиғәттең иң ҡәҙерле байлығы булған эсәр һыуҙы халыҡҡа еткереү һәм әйләнә-тирә мөхиттең экологияһын ҡайғыртыу “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә йөкмәтелгән.

Йәмғиәт район үҙәге Йыла­йырҙы һәм йәнә бер нисә ауылды эсәр һыу менән тәь­мин итә. Предприятие район үҙәгендәге утыҙ километр оҙонлоғондағы һыу селтәрен хеҙмәтләндерә. Һыуҙы биш артезиан скважинаһынан алалар. Әлбиттә, һәр ерҙәге кеүек, селтәрҙәрҙең иҫкергән булыуы айырым ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Уларҙы яңыртыу, яңы йыһаздар урынлаштырыу өсөн ҙур финанс сығымдары талап ителә. Көнүҙәк пробле­маларҙы хәл итеүҙә предприятие район хакимиәтенең һәм урындағы үҙидараның ярҙамы­на таяна. Үҙ-ара аңлашып һәм ярҙамлашып эшләү яҡшы һөҙөмтә бирә. Әйткәндәй, әле техниканы һаҡлау өсөн гараж төҙөкләндерелә.
Предприятие коллективы халыҡты эсәр һыу менән тотороҡло тәьмин итеү өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән авария хеҙмәте ойошторолған. Халыҡ­тан килгән мөрәжәғәттәр кисек­тереүһеҙ хәл ителә. Һәр хәлдә, йылайырҙар “Водоканал” йәм­ғиәтенең эшмәкәрле­генән ҡәнәғәт.
Быйыл июнь айынан башлап предприятие идарасы ком­пания булараҡ район үҙә­гендәге күп фатирлы йорттар­ҙы хеҙмәтләндереүҙе лә үҙ яуаплылығына алған. Барлыҡ коммуналь хеҙмәттәрҙең бер идарасы тарафынан башҡары­лыуы яуаплылыҡты көсәйтә, эш сифатын күтәрә.
Торлаҡ хужаларының да талаптары юғары. Предприятие хеҙмәтләндереү сифатын яҡ­шыр­тыу өсөн бөтә мөмкин­лектәрҙе файҙалана. Мәҫәлән, эшсәнлеге бөгөнгө талаптарға яуап бирмәгән ҡаҙанлыҡты ябып, күп фатирлы йорттарҙы шәхси йылытыу системаһына күсергәндәр. Был сараны ғәмәлгә ашырыу өсөн район хакимиәте менән Социаль-иҡтисади үҫеш хәйриә фонды кәрәкле финанс ярҙамы күрһәткәндәр.
“Водоканал” йәмғиәтенең хеҙ­мәтләндереү даирәһе ки­ңәй­гәндән-киңәйә. Улар әлеге ваҡытта ҡаҙанлыҡтарҙы ла хеҙ­мәтләндерә. Иң мөһиме — һыу менән тәьмин итеү йыһаз­дары һәм торлаҡ фонды ҡыш­ҡы шарттарҙа эшләүгә ту­лы­һынса әҙер. Берҙәм, бул­дыҡлы коллективтың тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе был.
– Тыуған төйәгебеҙҙең тәби­ғәте матур булған кеүек, халыҡтың тормош-көнкүреше лә күркәм һәм уңайлы булырға тейеш тип иҫәпләйем. Беҙҙең ауыр ҙа, яуаплы ла хеҙмәтебеҙ ана шул маҡсатҡа хеҙмәт итә, — ти предприятиеның генераль директоры Владимир Шитов.




Вернуться назад