Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан бүлексәһе секретары Константин Толкачев партияның төбәк ойошмалары башлыҡтарының семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда 2016 йылда Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау мәсьәләләре тикшерелде. Форум йомғаҡтары буйынса К. Толкачев журналистарҙың бер нисә һорауына яуап бирҙе.— 2016 йылғы һайлау әүәлгеләренән айырылып торасаҡ. Элегерәк 450 депутаттың барыһы ла партия исемлеге буйынса һайланһа, хәҙер бындай алым уларҙың яртыһына ғына ҡағыла. Ҡалғандары бер мандатлы округтар буйынса һайланырға тейеш. 14 партия ҡултамға йыймайынса ҡатнашасаҡ. “Берҙәм Рәсәй” алдан уҡ партия эсендә тауыш биреү юлы менән иң лайыҡлы кандидаттарын асыҡлаясаҡ.
Уларҙы тәҡдим итеү мәсьәләһе айырым тикшерелде. Кандидат үҙ-үҙен күрһәтеү мөмкинлегенә эйә, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары ла үҙ фекерен белдерә ала. Әле йәмәғәт ойошмаларының күбеһе әүҙемлек күрһәтмәй, шуға күрә партия идеологияһын яҡлаған, берлектәге сараларҙа, митингтарҙа, акцияларҙа йылдам ҡатнашҡандарға өҫтөнлөк бирелә. “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм уның структуралары алдан тауыш биреүгә кандидаттарын күрһәтмәйәсәк.
— Алдан тауыш биреүселәргә, ҡатнашыусыларға ниндәйҙер өҫтәмә талаптар ҡуйылырмы?
— Бындай ниәт юҡ. Ҡануниәттә билдәләнгән сикләүҙәр генә ғәмәлдә ҡаласаҡ. Кандидаттың йәше 21-ҙән кәм булмаҫҡа, ул суд хөкөмөнә тарттырылмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ башҡа дәүләт гражданлығына, сит илдәрҙәге активтарға эйә булмау ҙа шарт.
— Алдан тауыш биреүҙе үткәреү ваҡыты билдәлеме?
— Февралдә “Берҙәм Рәсәй” съезының тәүге этабы үткәрелә. Унда праймериз тулыһынса асыҡланасаҡ һәм ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башлаясаҡ. Конкурентлыҡ, асыҡлыҡ һәм билдәлелек булһын өсөн, партия эсендә алдан тауыш биреүҙе берҙәм модель буйынса бер көндә — 22 майҙа — уҙғарырға ҡарар ителде.
Партия съезының икенсе этабы июндә, Рәсәй Президентының Дәүләт Думаһына һайлау тураһындағы указы сыҡҡас, үткәрелә. Съезда праймериздың йомғаҡлау протоколы тәҡдим ителәсәк, 2016 йылда Дәүләт Думаһына һайлауҙа бер мандатлыларҙың, шулай уҡ төбәк исемлектәре төҙөләсәк.
Агитация кампанияһы алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн кандидаттар теркәлгән мәлдән башлана һәм тауыш биреү көнөнә тиклем “Берҙәм Рәсәй” бренды аҫтында дауам итә. Был осорҙа дини һәм милли йоғонто яһау алымдарынан баш тартыу күҙаллана. Кандидаттар дебаттарҙа мотлаҡ ҡатнашырға тейеш. Беҙҙеңсә, был — сәйәси эштең мөһим элементы.
Л. ДӘҮЛИЕВА яҙып алды.