Ҡоторған хайуанға яҡын юламағыҙ07.10.2015
Иглин районының Урман һәм Ҡариҙел районының Ҡортлокүл ауылында хайуандарҙың ҡотороуына бәйле карантин иғлан ителде.

Республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында тейешле указ донъя күрҙе. Карантин биләмәһендә эт, бесәй күргәҙмәләрен ойоштороу, йорт хайуандарын һатыу, ситкә сығарыу, кейек аулау тыйыла. Ветеринария идаралығына сирҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн махсус комиссия төҙөргә, тейешле саралар күрергә ҡушылды.




Вернуться назад