Автобуста ярҙам килә07.10.2015
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарына “Старт-ап автобустары” юллана.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, проекттың форматын бер аҙ үҙгәртергә ҡарар ителде. Иң элек яңы эш башлаған йүнселдәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында муниципаль берәмектәргә барасаҡ белгестәр һаны арттырыла. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуарға муниципаль берәмек биләмәһендә өр-яңы проекттарын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү, йүнселлек эшмәкәрлеген үҫтереү кеүек төп бурыстар үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ.