Байрамда ҡайҙа барырға?07.10.2015
11 октябрҙә, Республика көнөндә, баш ҡаланы 37 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы байрам иллюминацияһы яҡтыртасаҡ.
Урамдарҙы һәм майҙандарҙы сағыу биҙәүҙән тыш, Өфөлә күргәҙмәләр һәм концерттар ойоштороу, предприятиеларҙа, ойошмаларҙа байрамға арналған йыйылыштар үткәреү күҙаллана. Рәсми, мәҙәни һәм спорт саралары уҙасаҡ. Еңеү паркында тыл эшсәндәренә һәйкәл асыла, өр-яңы ун хәрби техника өлгөһө ҡуйыла.
Баш ҡалала төп саралар Ленин исемендәге майҙанда ойошторола. Был көндә шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәләре буласаҡ. Байрам фейерверк менән тамамланасаҡ.