Ә беҙҙә улар арта...26.11.2011
Башҡортостанда банк офистары һаны күбәйә.
Әлеге көндә республикала кредит ойошмаларының 1 356 бүлексәһе бар (йыл башында был күрһәткес 1 286-ға тиң булған). Кредит баҙарына яңы банктар ҙа килгән: ғинуарҙа Башҡортостанда 76 ойошма иҫәпләнһә, әле улар 82-гә еткән.
Илдәге менән сағыштырғанда, бында бөтөнләй икенсе хәл күҙәтелә: йыл дауамында Рәсәйҙә 1 012 кредит ойошмаһынан 993 кенә ҡалған.