Уҡытыусылар көнө айҡанлы Хөкүмәт йортонда педагогтар берләшмәһенең иң яҡшы вәкилдәрен тәбрикләнеләр. Тантанаға “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы уҙғарылған бәйгелә еңеп сығып, аҡсалата бүләккә лайыҡ уҡытыусылар йыйылды. Туғыҙ йыл эсендә республикала 1 648 кеше ошондай премияға эйә булған. Һөнәри байрам көнөндә тағы ла 35 педагог тәбрикләнде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов 200 мең һумлыҡ премия һәм еңеүсе сертификаттарын тапшырҙы.
— Уҡытыусы — иң мөһим һәм етди һөнәрҙәрҙең береһе. Хөрмәтле педагогтар, киләсәгебеҙ һеҙ уҡыусыларға биргән белем кимәленә бәйле, — тине ул.