Балаларҙы күмәкләп ҡурсалайыҡ07.10.2015
Республика йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләгән координация кәңәшмәһенең ултырышын үткәрҙе. Ул балаларға ҡарата ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә арналды.
— Координация кәңәшмәһенең эшен бик ҡатмарлы теманан башлайбыҙ. Күптән түгел генә бишенсе класс уҡыусыһын үлтереү хаҡындағы хәбәр бөтөн республиканы тетрәндерҙе. “Ниңә бындай хәлгә юл ҡуйылған? Ниңә берәү ҙә ваҡытында күрмәгән, ярҙамға ашыҡмаған?” тигән һорау борсой барыбыҙҙы ла, — тине Рөстәм Хәмитов. — Кешеләрҙең именлеге, балаларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау өсөн яуап биргән хеҙмәттәргә тәғәйенләнергә тейеш был һорауҙар. Ошондай фажиғә ҡабатланмаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү зарур.
Әйткәндәй, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, бындай енәйәттәр һаны ярайһы уҡ артҡан. Өфө, Октябрьский, Сибай ҡалаларында, Әлшәй, Благовещен, Дыуан һәм Иглин райондарында балаға ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙең күбәйеүе күҙәтелә. Төбәк Башлығы әйтеүенсә, урамдарҙы һәм парктарҙы, мәктәп һәм балалар баҡсаһы биләмәләрен, өҫтәмә белем биреү учреждениеларын, башҡа социаль әһәмиәтле объекттарҙы даими күҙәтергә, был эшкә халыҡ дружиналарын йәлеп итергә кәрәк.