Һуғыш шаңдауы һаман яңғырай07.10.2015
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе “Бөйөк Еңеүгә — 70” конкурсына йомғаҡ яһаны. Иң яҡшы ун эш махсус йыйынтыҡҡа индерелде, тип хәбәр итте ойоштороусылар.

Республикалағы студенттар һәм уҡыусылар олатай, өлә­сәйҙәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында кисергән хәл-ва­ҡиғалар, ғаиләләренә һу­ғыш­тың йоғонтоһо хаҡында һөй­ләне.
– Беҙ быйыл май айында башланған публицистик бәй­гегә йомғаҡ яһайбыҙ, – тине Өфөләге “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары, ватан­сылыҡ йүнәлешен көйләүсе Александр Онищенко. – Комиссия 200 эш араһынан унауҙы һайлап алды. Әлбиттә, был еңелдән булманы.
Әйткәндәй, иң яҡ­шы­лар иҫәбенә Өфө дәү­ләт иҡтисад һәм сер­вис университеты, М. Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү ака­демияһы вәкилдәре инде. “Берҙәм Рә­сәй”ҙең төбәк баш­ҡарма комитеты етәксеһе Рәм­зил Иш­һарин, “Берҙәм Рә­сәй­ҙең Йәш гвардияһы” төбәк бүлек­сәһе етәксеһе Владимир Яковлев һәм “Мин — Патриот” ойошмаһы етәксеһе Руслан Зарипов йәш автор­ҙарға дипломдар һәм әҫәрҙәре индерелгән йыйынтыҡтар бүләк итте.




Вернуться назад