Федерализм сығанағы – Башҡортостанда07.10.2015
Өфөлә “Заманса Рәсәйҙә федерализм: дөйөм милли дәүләт менән Федерация субъекттары араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр” фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Унда Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, юридик фәндәр докторы Константин Толкачев илебеҙҙәге федерализм сығанағының Башҡортостанда булыуы хаҡында һүҙ алып барҙы. Республика көнөнә арналған конференцияға юристар, политологтар, иҡтисадсылар йыйылды.
– Башҡортостанды дәүләт ҡоролошоноң федератив моделен төҙөүҙә иң әүҙем ҡатнашҡан төбәктәр иҫәбенә индерергә мөмкин. Ул — автономиялы республика дәрәжәһендә үҙәк власты таныған тәүге субъект. Был ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки Рәсәй дәүләтенең федератив үҫеше тап беҙҙә башланды, — тине Константин Толкачев. Уның билдәләүенсә, был ресурсты әле лә файҙаланырға мөмкин, сөнки вәкәләттәр Федераль үҙәктән республика кимәленә даими тапшырыла килә. Үҙенең сығышында Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Рәсәйҙәге федерализм үҫешенә йоғонтоһо хаҡында ла һөйләне.
Конференция барышында Башҡортостандың Фәндәр академияһы, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре һәм эксперттар үҙәк менән төбәктәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе, ошо йәһәттән республика тәжрибәһен тикшерҙе. Заманса Рәсәй федерализмының сәйәси һәм иҡтисади үҙенсәлектәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры, тарих фәндәре кандидаты, профессор Сергей Лаврентьев әйтеүенсә, әле башҡарылған эшкә йомғаҡ яһау, киләсәккә маҡсаттар билдәләү өсөн ҡулай мәл. Сарала ҡатнашыусылар тарихи ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрөп, һығымта яһаны һәм киләсәккә фараздар ҡылды.