Мәк сәскәле ялан07.10.2015
— Барҫ ҡайҙа тим, физкультурник? — Алсәсәк асыуынан һуғышыр хәлгә еткәйне, тик шөрләне, дәрестәренә йөрөйһө бар бит әле.
— Һыпырт әле бынан, тәртипһеҙ! Хәҙер бына елкәңдән эләктереп быраҡтырырмын да! Үҙ балам булһаң, белер инем нишләтергә! — Физрук уға табан килә башлағас, Алсәсәк спорт майҙансығынан сығып ҡасҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
Илай-илай йәнә йылға буйына йүгерҙе. Буҫығып бөттө. Үлгеһе лә, ер тырнап ҡысҡырғыһы ла килде. Йылғаны аша сығып, урман эсенә инеп китте. Берсә йүгерҙе, берсә атлап барҙы. Әллә ҡайҙа китеп олаҡҡыһы килде. Олаҡһын ине лә, таба алмаһындар ине. Байтаҡ барғас, яланға килеп сыҡты һәм кәбән төбөнә ултырҙы. Шунда йоҡлап киткән. Уянһа, башы ауырта, ҡоҫҡоһо килә, һыуһаған. Тороп атлайым тиһә, аяҡтары дер ҡалтырай. Ҡысҡырып иларлыҡ та хәле ҡалмаған, ҡарлыҡҡан тауышын үҙе лә танымай. Ҡайһы яҡтан килеп сыҡты һуң ул был яланға? Хәҙер ҡайҙа табан юл тоторға? Ул кәбән төбөнә кире ултырҙы. Шул саҡ сабылған ялан алһыу-ҡыҙыл сәскәгә тулды, уларҙың тажы үтә күренмәле. Сәскәләр араһында уның эте йүгереп йөрөй, ҡойроғон болғай-болғай шаяра, сиңерткәме, күбәләкме тоторға итеп юрғалай.
— Барҫ! Барҫ! — тип саҡырырға тотондо Алсәсәк. Элек хужаһы тауышына атлығып торған Барҫ уны ишетмәй, ләлә сәскәләре араһында уйнауын белә.
Ана шул картина хәҙер, йылдар үткәс тә, төшөнә инәме, ысынтылап өнөндәме, әле йәшәп ятҡан ҡала фатирының стенаһындамы хасил була.
Алсәсәкте ҡасан табып алғандарҙыр, иҫенә килгәндә дауаханала ята ине. Янында — әсәһе.
— Барҫ ҡайҙа ул?
— Онот инде шуны. Теңкәгә генә тейҙең бит шул этең менән. Әллә ҡайһыһы атып киткән бит. Ғайса ағайың күмеп ҡуйҙы.
— Алдама! Яланда ҡыҙыл сәскәләр араһында уйнап йөрөй ине.
— Ниндәй ҡыҙыл сәскәле ялан ул? Һине беҙ, “Барҫ!” тип ҡысҡырғаныңды ишетеп, үләне сабылған Әҙәмбелмәҫ яланынан таптыҡ, һәм­мәбеҙҙе лә ҡур­ҡы­тырға эш­киндең. Бер эт өсөн кеше шулай ҡы­ланалыр шул. Беҙҙе бүтән улай ҡур­ҡытма, Алсәсәк. Беҙ бит һине яратабыҙ.
— Яратаһығыҙ, яратмай ҙа... Берегеҙҙе лә күргем килмәй!
Дауахананан өләсәһенә генә ҡайтырға теләүен белдерҙе Алсәсәк.
Өләсәһе үҙе килеп алды. Уныһы иһә яҡшы кеше ине, гел ыңғайына торҙо. Иркәләне. Бер аҙҙан ҡы­ҙыҡай ҙа яҙылды. Эте онотола төштө. Әсәһе лә, атаһының бүләк­тәрен онотһон типме, ҡыҙынан аҡса йәлләмәне. Сынъяһау итеп кейендереп йөрөттө.
...Төнгө кино һуңғы ваҡыт өс йыл тирәһе ҡабатлана. Тәүҙәрәк Алсә­сәк күргәндәрен кемгәлер һөйләгеһе килә ине. Һөйләһә, кеше тыңлай-тыңлай ҙа һис диҡҡәт бирмәй, “һе...” ти ҙә ҡуя.
— Тормошланырға кәрәк һиңә, Алсәсәк, — ти бүлектә бергә эшләгән Шәмсинур апай. — Утыҙға етеп бараһың. Яңғыҙ кешенең төшө шулай бутала ул.
Шул да булған һүҙ! Бутала, имеш. Кейәүгә сыҡҡыһы килеп тормай әле Алсәсәктең. Әсәһе ана ике иргә барып береһенән дә уңманы. Класташ ҡыҙҙарының нисәмәһе иренән айырылып, бала ҡосаҡлап ултыра. Әсәһе, Алсәсәккә яҡын булайым тип, донъяһын һатып, ҡалаға күсенергә теләгәс, физругы теше-тырнағы менән ҡаршы торҙо. Тәки күсенмәне. Алсәсәккә үҙ һүҙлеһең тиһә лә, әсәһе лә һүҙенән ҡайтманы. Үҙенең заманында ҙур ерҙә эшләгән атаһының таныш-белештәре аша фатир юллап алды. Ә икәү-ара барыбер һыйыш­манылар. Алсәсәк ул фатирҙы бүлдерҙе, айырым йәшәп алып киттеләр. Бер осор Алсәсәк әсәһе менән ҡатнашмаҫҡа булып та киткәйне, әле бер аҙ һыуынды, этеп-төртөп булһа ла аралашалар. Алсәсәк шулай ҙа уға ылығып бармай.
Бөгөнгө төшөн Шәмсинурға һөйләргә итте лә тыйылды. Шәмсинур ипле күңелле, кеше йәнле булһа ла, уның үҙ донъяһы, бала-сағаһының мәшәҡәте, етешмәгән донъяһындағы ығы-зығынан арына алмай. Кейәүгә бар, ти бит әле, үҙе кеүек йәшәткеһе киләме икән ни? Кисерештәрен барыбер аңламаҫ ул. Көнө буйы хужаны әрләп сөңкөлдәштеләр, шул кәйефен күтәрҙе Алсәсәктең.
Ул бүтәндәргә үҙенең кем икәнлеген аңлата алмауына баштараҡ көйөнә ине. Хәҙер бигүк хәүефләнмәй. Уның кеүек йыһан тарафынан һайланып алынған кешеләр күп булмай. Ул был ергә икенсе планетанан төшөрөлгән. Өләсәһе әйтә ине бит, тыуған сағында уң ҡулының беләҙеге тирәһендә ниндәйҙер тамғаһы булған. Ҙурая төшкәс уңған ул, ә тыуған сағында юҡҡа ғына һалынмағандыр бит. Ғөмүмән, ул әсәһенең ҡыҙымы икән әле? Уны, моғайын, икенсе планета кешеләре алмаштырғандыр. Был фекерендә ул нығынғандан-нығына барҙы. Тимәк, уны аңламауҙарына күнергә кәрәк.
Әсәһе килеп йөрөй. Күберәген ул эштә саҡта килеп, өйөн йыйыштырып, керен йыуып, ашарына бешереп китә. Осрашҡан саҡтарында әсәһенең хәлен белешмәҫкә тырыша. “Хәлең нисек?” тип һорағанын көтөп кенә йөрөй шикелле. Шунда уҡ йә йөрәге ауыртыуға, йә ту­быҡтары һыҙлауына, йә ҡан баҫымы күтәрелеүенә зар­ла­нырға тотона. Йәне көйә лә китә Алсәсәктең. Ауыртыр инде! Уның әсәһе йәшендә кешеләр үлеп тә китә әле. 56 йәшкә ет тә... Алсәсәктән йәлләткеһе килә, шул ғына.
Бер шулай әсәһе уның өйөндә саҡта әсәһенең әхирәте Фатима апай килеп инде.
— Өйөңә барғайным, Фәғилә, тап итмәнем. Шылтыратып ҡына иҫкәртмәгәнмен. Алсәсәктәһеңдер тип бында киттем. Ауыл яғына ҡайтып әйләндем, һеңлемдең ҡыҙы ҡаймаҡ ебәргәйне. Шуны һиңә лә ашатайым тип тотоп килһәм, юҡһың. Әсемәҫ борон тәмле көйө ауыҙ итегеҙ.
Алсәсәк быларҙың хәбәр һатҡанын тыңлағыһы килмәне. Бергәләп сәй эсәйек, тигәндәренә лә ҡараманы. Бер үҙе ултырып эсер әле.
— Миңә ҡаймаҡ ҡалдырығыҙ!
— Аһа-һа...Ҡалдырмай ни, ул саманы....
— Һеҙгә ышанһаң!.. — Алсәсәк йоҡо бүлмәһенә инеп китте. “Бәйләнештә” селтәре аша “Шамбала” виртуаль ойошма ағзалары менән аралашып алғыһы килде. Улар менән, исмаһам, асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, фекер уртаҡлашып була. Күбеһе үҙен ергә айырым миссия менән килгән кеше тип һанай һәм, Шамбала тәғлимәтенә күрә, рухи камиллыҡҡа өлгәшеү юлы аша йән менән тән араһындағы берҙәмлеккә өлгәшеп, үҙенә мәңгелек ғүмер тәьмин итергә теләй. Итигил ламаның миҫалын телгә алалар. Ул бит үҙен, үлгәндән һуң ергә күмелгәс, етмеш йылдан һуң ҡаҙып алырға васыят әйтә. Уның васыятын үтәйҙәр, һәм... Ул етмеш йылдан һуң да тере кеүек ултырған булып сыға. Хәҙер уны Будда ғибәҙәтханаһына саркофаг эсенә ултыртып ҡуйғандар. Табиптар ҙа аптырай. Тән ағзалары, организмының функциялары һин дә мин, эшмәкәрлеген дауам итә. “Шамбала” ағзалары Алтайҙа, Һиндостандағы Ошо исемле мистиктың кампусы кеүек кампус, беҙҙеңсә әйткәндә, рухташтар ауылы төҙөү хаҡында хыяллана.
Алсәсәк ана шунда барып урын­лашырға тейештер ул. Бында уға йыйын аңралар араһында ни ҡалған? Ул белемен камиллаштырырға тейеш. Мистик-эзотерик Елена Блаватскаяның китаптарын, Елена менән Николай Рерихтарҙың хеҙмәттәрен уҡып сыҡты. Уға бигерәк тә Николай Рерихтың “Агни-Йога” китабы ныҡ тәьҫир итте. Был хеҙмәттәрҙәге йыһан берҙәмлеге, Юғары Аҡыл идаралығындағы йыһандың эсендә Ерҙәгенән тыш та цивилизациялар булыуы хаҡындағы фекер Алсәсәкте әллә ниндәй хыялдарға әйҙәй...
Әсәһе менән Фатима апай аш бүлмәһендә ҡоймаҡ еҫтәре сығара башланы, һөйләшә, көлөшәләр, шымып та китәләр. Шыбырлашыуға күскәндәрен шәйләгән Алсәсәк шым ғына аш бүлмәһе янынараҡ килеп, ҡолағын ҡарпайтты. Ниндәй серҙәре бар был ике ҡарсыҡтың?
— Бик зиһенле бала инде ул Алсәсәк. Мәскәү дәүләт университетында уҡып сығыу кемгә эләгә, Фәғилә, — тип шыбырлай Фатимаһы. — Тик бәләкәйҙән осондорҙоғоҙ шикелле. Яратып һөйләй торғайның. Әллә үҙең күҙ тейҙерҙең дә ҡуйҙың микән?
— Берәү булды бит, һаулыҡҡа туйманы... Үҙем дә аптырайым, Фатима. Кешегә һөйләр хәсрәт түгел. Бер һин беләһең хәлемде. Нимә генә әйтһәм дә, күтәрелә лә бәрелә. Талаша.
— Әллә үҙең үтә йыуашһыңмы? Улай тиһәң, мәктәптә ҡырҡ ата балаһын ҡулыңда тоттоң. Нисәмә йыл бит. Һанламай балаң, һанламай. Һис көтмәгәйнем, ҡартлығың былай булыр тип. Ғайсанан айырылмаҫҡа кәрәк булған да бит. Ирһеҙ ҡатынды ҡағалар шул ул, Фәғилә. Яныңда иптәшең булһа, был тиклем дә яҡлауһыҙ булмаҫ инең. Аҡыл ултырып китер, бәлки, торараҡ...


Вернуться назад