Айыуҙы ла өйрәтәләр07.10.2015
Рәсәйҙә “иң яуапһыҙ водитель” исеменә дәғүә итеүсе кеше асыҡланды – 43 йәшлек бер Мәскәү кешеһенең юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн һуңғы йыл ярымда ғына йыйылған 922 штрафы бар, уларҙың дөйөм күләме дүрт миллион һумдан ашып китә. Уның бер нисә йөк автомобиле булған, ләкин суд приставтары килеп еткәнсе мөлкәтен һатып өлгөргән. Фатирын тартып ала алмайҙар, сөнки был – уның берҙән-бер торлағы.
* * *
Өфөлә 80 йәшлек ҡатындың водитель таныҡлығы алыу өсөн уҡырға инеүе күптәрҙе аптыратты ла, һоҡландырҙы ла. Уның автомобиль йөрөтөү тәжрибәһе бөтөнләй юҡ.
– Мине бында өйрәнеү барышында әрләрҙәр, ҡысҡырырҙар тип ҡурҡҡайным, ләкин барыһы ла яғымлы, иғтибарлы, – ти Наилә Зыязетдинова. – Инструкторым бик тәжрибәле, ул: “Кәрәк булһа, айыуҙы ла өйрәтә алабыҙ”, – тине.
* * *
Кешене тапатыу менән тамамланған иң беренсе автомобиль аварияһы 1907 йылда Францияла теркәлгән. Был автомашинаның тиҙлеге сәғәтенә ...12 километр була. Дөрөҫ, бындай ваҡиғалар буйынса аныҡлыҡ юҡ: айырым сығанаҡтар раҫлауынса, кеше үлеме менән тамамланған тәүге һәләкәт 1896 йылда Нью-Йоркта, йәки – 1831 йылда Англияның Милбенк ҡалаһында булған.