Һөнәре бар үргә йөҙөр06.10.2015
Һөнәре бар үргә йөҙөр Эш юҡ, йәштәргә эш юҡ, тип яр һала балаһынан юғары уҡыу йортон тамамлаттырған ҡайһы бер ата-әсә. Йәмғиәттә “иң текә” һаналған, башҡалар алдында маһайып һөйләрлек һөнәргә көсләп тигәндәй уҡыттырған егет һәм ҡыҙҙарының хеҙмәт урыны таба алмай яфаланыуы сер түгел. Республиканың иретеп йәбештереүсе, крансы, токарь кеүек специальносҡа эйә йәштәргә ҡытлыҡ кисереүе иһә ғәжәйеп күренешкә әүерелә бара. Йәғни “Һин дә – мулла, мин дә – мулла, атҡа бесән кем һала?” әйтеменең тап өҫтөнә менеп баҫты йәмғиәт. Кисәге мәктәп уҡыусылары бөгөн килеп иҡтисадсы, юрист һәм башҡа популяр һөнәрҙәргә эйә булып бөттө, хеҙмәт баҙары әллә ҡайҙан саҡырып торһа ла, сөй ҡатыу, иретеп йәбештереү, төҙөү кеүек бихисап эштәр өсөн ҡул ҡалманы.
Эштең ояты юҡ тигәндәй, урта һөнәри белем биреү учреждениеларына уҡырға барыу насар күренеш түгел, киреһенсә, ике-өс йыл эсендә бынамын тигән һөнәр үҙләштереү мөмкинлеге тыуа.


Үҙенсәлекле шөғөлгә эйә булып, уның ярҙамында хәләл ризыҡ, килем алып йәшәү бар яҡтан да мәслихәт. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы бер нисә уҡыу йортон, йәғни Баймаҡтағы ауыл хужалығы техникумын, Әбйәлилдәге 93-сө, Иҫке Собханғолдағы 132-се һөнәрселек училищеларын бергә туп­лап, республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгендәге йәштәргә урта белем алыу өсөн ҙур мөмкинлек булдырҙы.
Күренеүенсә, колледжды ҡулайлаштырыу урап үтмәгән, әммә етәкселәр һаны кәметелеп, бухгалтериялар берләштерелһә лә, уҡытыу йүнәлеше үҙгәрешһеҙ ҡалған. Әбйәлил, Урғаҙы, Иҫке Собханғол филиалдары вәкилдәре ай һайын осрашып, тәжрибә уртаҡлаша, үҙ-ара кәңәш, мәғлүмәт менән ярҙам итә. Агросәнәғәт колледжы төп специальностарҙан тыш өҫтәмә рәүештә 17 эшсе һөнәре буйынса белгестәр әҙерләй. Бында В, С, Д, Е, Ғ категориялы водитель, тракторсы-машинист, экскаватор, бульдозер машинисы, электрон-иҫәпләү машиналары операторы, иретеп йәбештереү­се, умартасы, электромонтер, ашнаҡсы, икмәк бешереүсе, һатыусы, парикмахер, сәскә үҫтереүсе, йәшелсәсе, автомеханик, теген ҡоролмалары операторы кеүек һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә мөмкин.
Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан уҡыу йортоноң көндәлек эшмәкәрлеге – үҙе бер тормош: ферма, баҡса гөрләй, студенттар тегеү-бәйләүҙә, иретеп йәбештереүҙә, әле аш-һыу әҙерләүҙә, хужалыҡты алып барыуҙа оҫталыҡтарын камиллаштыра. Әйтергә кәрәк, колледждың бәләкәй булмаған биләмәһендә тәртип, таҙалыҡ һәр саҡ һаҡлана.
– Былтыр ҡыш алдынан фермаға ремонт яһалды, машина ихатаһына, баҡсаға ла ҙур иғтибар бүленде, – ти колледж директоры Илнур Мырҙагилдин. – Колледждың 40 йыллыҡ күркәм юбилейына әҙерлек барышында байтаҡ саралар үткәрелә.
Уҡыу йорто уңғандары сәскә орлоҡтары, йәшелсә, үҫентеләр һатып һиҙелерлек килем алған һәм шул аҡсаға ҡоҙоҡ ҡаҙҙыртҡан. Элек һыу ҡала аша килһә, хәҙер колледждыҡылар эсергә лә, баҡсаға ла уны үҙ скважиналарынан алып кинәнә. Уҡыу, һөнәр үҙләштереү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Йыл һайын алдынғы студенттар “Алексеевка” совхозы кеүек хужалыҡтарға, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына тәжрибә тупларға ебәрелә.
– Һайлаған һөнәрҙәренең нескәлектәренә төшөнөп, илһамланып ҡайта йәштәр. Колледждың төп маҡсаты – баланы артабан һөнәри яҡтан камиллашыуға әйҙәү, шәхес итеп тәрбиәләү, үҙаллы фекерләргә өйрәтеү. Күп кенә сығарылыш уҡыусылары үҙ йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йортона инә, махсус курстар алып, оҫталығын, белемен арттыра. Колледждан һуң тура эшкә сыҡҡандар ҙа бар. Улар хеҙмәт баҙарында баҙап ҡалмай, шуныһы ҡыуаныслы, – ти Илнур Марат улы.
Колледждағы уҡытыусыларҙың, оҫталарҙың үҙ эшен яратып, ихлас башҡарыуы күҙгә салына: тегеү бүлмәһендә ҡыҙҙар күлдәк, пальто тегеп мәж килһә, иретеп йәбештереү оҫтаханаһында егеттәр йәйге беседкалар яһау менән мәшғүл. “Технология” кабинеты иһә мөғжизәләр донъяһына тиң. Ундағы һәр шкаф, һәр өҫтәл студенттарҙың төрлө-төрлө материалдарҙан яһаған ҡул эштәре, йорт кәрәк-ярағы, биҙәүестәр, сәскә-сувенирҙар менән тулған.
Әле Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында меңдән ашыу студент уҡый, уларҙың күпселек өлөшө – егеттәр. Һәр уҡыусының ғаиләһе, ата-әсәһе менән төплө бәйләнеш булдырылған. Инвалид йәштәргә лә һөнәр алыу мөмкинлеге бар. Төркөм-төркөм студенттарҙың Талҡаҫта, Яҡтыкүлдә ял итеүе ойошторола. Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүмдәргә белем биреү, ҙур тормош юлына әҙерләү яуаплылыҡ менән алып барыла бында. Стипендия, дөйөм ятаҡ, туҡланыу мәсьәләләре лә ыңғай хәл ителгән. Ғөмүмән, колледж йәйге ял ваҡытында һис кенә тынып ҡалмай: егет һәм ҡыҙҙар баҡсаны тәрбиәләүҙе ташламай, әле һабантуйға, әле район кимәлендәге башҡа сараға әҙерләнә. Быйылғы һабантуйҙа ойошторолған тирмәләр бәйгеһендә ошо колледждыҡы Гран-приға лайыҡ булған.
Сер түгел, хәҙер күп урында көрсөккә бәйле эштән ҡыҫҡартылыу, хеҙмәт хаҡын ваҡытында алмау күренештәре барлыҡҡа килде. Ошондай сетерекле ваҡытта йәмғиәттә ихтыяж булған һөнәр-кәсеп үҙләштереү, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү киләсәккә ышаныслы ҡараш ташларға мөмкинлек бирә. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжын тамамлаусылар үҙҙәре һайлаған йүнәлеш буйынса артабан юғары уҡыу йортона инә, эшҡыуарлыҡ менән дә әүҙем шөғөлләнә, хеҙмәт емештәрен күреп һөйөнә.






Вернуться назад