Ҡунаҡтарҙы көтә “Любизар”06.10.2015
Ҡунаҡтарҙы көтә “Любизар” Ҡасабаның нәҡ уртаһында урынлашҡан ҡунаҡхананың уң яғында баҙар, мәсет биләмәләре булһа, ҡаршыһында ғына — Мәжит Ғафури майҙаны, район хакимиәте бинаһы. Серле һәм беҙҙең көндәрҙә тел-лөғәтебеҙгә бигүк тап килмәгән, һирәк ишетелгән һүҙ менән аталған ул — “Любизар”. Ошо бинаға 2012 йылда нигеҙ һалып, үҙенә күрә ҙур мәғәнә менән хәстәрләп, матди сараларын табып, сағыштырмаса аҙ ваҡытта төҙөлөштө атҡарып сыҡҡан эшҡыуар Ханнан Ишмырҙиндың эске донъяһы ла, мәҙәни зауығы ла сағыла төҫлө бында. Быны мин Ханнан Вәлиулла улы менән шәхсән таныш булып, уның кешелек сифаттарын, һәләтен, күңел йомартлығын белгәнгә әйтәм.
“Любизар” 1-се Башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубы Бородино яланында (Мәскәү өлкә­һен­дә) уҙасаҡ хәрби-тарихи фес­ти­валгә әҙерләнгән ваҡытта тәүге йомарт ярҙамды Өфөләге ҙур эшҡыуарҙарҙан түгел, ә Ханнан Ишмырҙин йөҙөндә таптыҡ. Ағайыбыҙҙың иң тәүгеләрҙән булып һәр саҡ үҙе теләп ярҙам ҡулы һуҙыуы беҙҙе ғәжәпләндерә лә, һоҡландыра ла. Быйылғы яҙҙың бер көнөндә лә Ханнан Вәлиулла улы миңә шылтыратты:
— Ҡустым, ҡунаҡхананы төҙөп бөттөм. “Төньяҡ амурҙары” тип исем ҡушһаҡ, нисегерәк булыр икән? 1812—1814 йылдарҙағы француз яуында башҡорт яугирҙәренең ҡатнашыуына 200 йыл тулыу хөрмәтенә уларҙың данын мәңгеләштереп ҡуйыу ине ниәтем.
Уның был һорауында тәрән фекер ҙә, бик һирәктәрҙә генә була торған ҡыйыулыҡ та, яуабы ла бар ине. Мин дә күп уйлап тормаҫтан:
— Әйҙә, ағай, бер һүҙ менән генә “Любизар” тип ҡушайыҡ. Йырҙа сағылған фельдмаршал Кутузовтың башҡорттарға маҡтап әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек, — тинем.
Ҡунаҡтарҙы көтә “Любизар”Бер һүҙҙән риза булды. Беҙҙең халыҡта “Кәңәшле эш тарҡалмаҫ” тигән матур бер әйтем бар. Бөгөн берәү булһа, үҙем төҙөнөм, үҙем ни теләйем, шуны ҡылам, тип маһайып, тәкәбберләнеп бер булыр ине. Ә яҡташыбыҙ ундайҙарҙан түгел, ул – бер олоно, бер кесене тыңлап, уйлап эш иткән абруйлы эшҡыуар, халҡым тип янған ышаныслы рухлы ир-уҙаман. Бына әлеге ике ҡатлы бинаның аҫҡы ҡатында хужалыҡ тауарҙары магазины урынлашҡан, ә өҫкөһөндә — бөтөн уңайлыҡтары булған ун урынлыҡ ыҡсым ғына ҡунаҡхана.
Ҡунаҡхананы асыу тантанаһына беҙҙең клуб та саҡырылды. Буш ҡул менән килмәҫкә ты­рыштыҡ, архивыбыҙҙа тупланған тарихи гравюраларҙың репродукцияларын, фотогра­фияла­ры­быҙҙы фойены биҙәү өсөн бүләк иттек, башҡорт яугирҙәрен һүрәтләгән күргәҙмә ҡуйҙыҡ. Стәрлетамаҡ филармо­нияһы артистары менән берлектә халыҡҡа “Любизар” йырының тарихын са­ғыл­дырған тамашаны уйнап күр­һәттек. Ә инде Ханнан Вәлиулла улының хәстәрлеге менән эйәрле-йүгәнле ике атҡа һыбай менеп алған уҡ-һаҙаҡлы башҡорт яугир­ҙәренең ҡунаҡхана алдындағы майҙанды бер итеп елдереп үтеүе, ҡурайҙа башҡарылған “Любизар” көйөнә Рафаэль Аман­таевтың бейергә төшөүе үҙе бер йәнле күренеш булды. Сәйетбаба ауылы имам хатибы Ғиндулла Шәйәхмәтовтың фатихаһы, район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровтың, Красноусол ауыл Советынан вәкилдәрҙең килеүе оло мәртәбә өҫтәне сараға.
Район етәксеһе эшҡыуар Ханнан Ишмырҙинға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, ә йыйылған халыҡты, унан өлгө алып, тарихыбыҙға, атай-олатайҙарҙың данына ихтирам менән йәшәргә саҡырҙы, бинаның районда туризмды үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын да билдәләне.
Йыр-моңға сорналып барған тамаша ваҡытында һибәләп торған ямғырҙы халыҡ тәбиғәттең бер илаһи мәле булараҡ ҡабул итте, урынынан да ҡуҙғалманы, телмәрҙәрҙе, йырҙарҙы йотлоғоп тыңланы.
Бына таҫма киҫелде. Сараға йәм өҫтәп, бар халыҡтың дәррәү алҡышлауы оҙатыуында “Любизар” йыры тарихын бәйән иткән иҫтәлекле таҡтаташ асылды.

Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Вернуться назад