“Файҙалы эш башҡарҙыҡ”06.10.2015
Өфөләге Урмансылар паркында “Йәшә, урман!” һәм “Таҙа урман” экологик акцияларына ярашлы 150 ҡарағай ултыртылды.

Баш ҡалалағы уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары, төрлө ойошмалар хеҙмәткәрҙәре парк биләмәһен төҙөк­лән­дерҙе, сүп-сарҙан таҙартты. Урман музейында улар республикалағы урман хужа­лығының бай тарихы менән дә танышты.
– Беҙ мөһим һәм файҙалы байтаҡ эш башҡарҙыҡ, — тине “Механик йыйыштырыу” компанияһының Өфө филиалы етәксеһе Евгений Юдинцев. — Дөйөм тырышлыҡ менән Башҡортостандың Урмансылар паркы тәртипкә килтерелде. Хәҙер бында бөтөн ғаилә менән рәхәтләнеп ял итергә мөмкин. Парк таҙа һәм матур килеш оҙаҡ һаҡланыр тип ышанам.




Вернуться назад