Закон бар, үтәргә генә кәрәк06.10.2015
Мәсәғүт ауылында үткән “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар тормоштоң төрлө өлкәләрендә йәмәғәт контроле системаһын ғәмәлгә индереү мәсьәләһен тикшерҙе.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы урын­дарҙа семинарҙар үткәрә башланы. Палата комиссияһы рәйесе Ғәлиә Мөхә­мәт­йә­но­ва билдәләүенсә, илебеҙҙә йәмәғәт контроле өсөн ҡеүәтле хоҡуҡи база булдырылған — ошо турала федераль закон ҡабул ителгән.
– Закон бар, ләкин ул эшләмәй, күптәр был хоҡуҡ акты хаҡында белмәй, тимәк, үтә­мәйҙәр ҙә, — тине ул. — Йыш ҡына беҙгә ирекле нигеҙҙә йәмәғәт контролен тормошҡа ашырған әүҙем, эшлекле граждандар етмәй.
Семинарҙа муниципалитет кимәлендәге йәмәғәт контроле үҙенсәлектәре асыҡланды. Улар иҫәбенә башлыса власть, урындағы үҙ­идара органдары, дәүләт һәм муниципаль ойошмалар эшмәкәрлеген күҙәтеү, улар сы­ғарған акттарға һәм ҡабул иткән ҡарарҙарға баһа биреү инә. Дыуан районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Кинйәбулатов урындарҙа йәмәғәт советтарын үҫтереүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр индерҙе.



Вернуться назад