Көнсығыш ғилеме нисек өйрәнелә?06.10.2015
Илдәрҙең, халыҡтарҙың бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүе һәр заманда ла хупланған. Әле лә был йола лайыҡлы дауам итә.

Ошо йәһәттән “Рәсәй һәм Көнсығыш: илдәр менән халыҡтарҙың бәйләнеше” Бөтөн Рәсәй съезының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Баш ҡалабыҙҙа 7 – 10 октябрҙә уның унынсыһы уҙғарыла. Сараны үткәреү урыны тип Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты билдәләнгән.
Дөйөм алғанда, съезда Рәсәйҙәге көн­сығыш ғилеменең ҡаҙаныштары, был йүнә­леш белгестәренең донъя фәненә, ғилми мираҫҡа индергән өлөшө, заман төркиәтенең көнүҙәк проблемалары, яңы шарттарҙа үҫеш мөмкинлектәре һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала.
Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, Ғилми ойошмалар буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостандың Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, уның Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Халыҡ-ара Төркиәт академияһы, Истанбул университеты һәм башҡалар.




Вернуться назад