Ямғыр ҙа ҡамасауламаны, ҡиммәтселек тә06.10.2015
Быйылғы ураҡ нисек уҙҙы, уға ниндәй баһа бирергә мөмкин? Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко журналистар өсөн матбуғат конференцияһында ошо турала һөйләне.
– Йыл еңелдән булманы, баҫыу эштәренә сығым 35-40 процентҡа артты, – тине ул. – Шулай ҙа хужалыҡтар барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителде. Беҙ ҡуйған төп шарт – эштең йоғонтоло булыуы. Әлбиттә, ҡайһы бер сәбәптәр буйынса бөтә предприятиелар ҙа көтөлгән һөҙөмтәне бирә алмай һәм уныһын яҡшы аңлайбыҙ.
Бөгөнгә 3 миллион 148 мең тонна иген һуғып алынған, ун мең самаһы гектарҙан йыяһы бар. Бынан тыш, орлоҡ өсөн биш мең гектар самаһы кукурузды урып алырға кәрәк. Ураҡ эштәренә һауа шарттарының насар булыуы ныҡ ҡына ҡамасауланы, шулай ҙа артабан игенселәр бушҡа сарыф ителгән ваҡытты ҡыуып етә алды. Уңыш кимәле буйынса Саҡмағош, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарына етеүсе булманы, яҡшы күрһәткестәре менән Ауырғазы, Шишмә һәм Илеш райондары ла ҡыуандырҙы.
Шәкәр сөгөлдөрө 50,5 мең гектарҙа үҫтерелде. Уңышы былтырғы кимәл тирәһендә. Был культура өсөн ике-өс аҙналап йылы һауа шарттары етмәне, шуға уның ауырлығы ла тейешленән аҙыраҡ. Картуф майҙаны уҙған йыл менән сағыштырғанда кәмемәне. Уның уңышы буйынса Өфө, Шишмә, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондарының күрһәткесе һәйбәт. Әле кукурузды силосҡа урып йыйыу эштәре бара.