Күк Ирәндек армыттары аша06.10.2015
Күк Ирәндек армыттары аша Халҡыбыҙҙың татлы балы, моңло ҡурайы, шифалы ҡымыҙы менән бер рәттән, башҡорт атына ла иғтибар бермә-бер арта. Темәс ауылында үткән этнофестиваль – быға аныҡ дәлил.

Баймаҡ хужалыҡтарында 11 меңдән ашыу баш йылҡы малы аҫрала. “Байҡара” агрофирмаһында, “Ҡолонсаҡ”, “Толпар” йәмғиәттәрендә башҡорт атын үрсетеү буйынса маҡсатлы шөғөлләнәләр. Ҡуянтау ауылы янындағы “Аҡъял” ипподромында Башҡортостандың, Силәбе, Ырымбур өлкәләренең танылған ат спорты оҫталары, билдәле арғымаҡтар һәм юртаҡтар ҡатнашлығында төбәк-ара бәйгеләр даими ойошторола.
Ҙур башлы, киң маңлайлы, йыуан муйынлы, яҫы арҡалы, сыҙамлы башҡорт аты башҡаларҙан күпкә айырыла. Ул ғына йыл әйләнәһенә тибендә йөрөй ала. Ҙур ғорурлығыбыҙ бит башҡорт аттары! Әлеге этнофестивалдең төп биҙәге лә улар булды. Ҡунаҡтар малҡайҙар менән яҡындан танышып, белемен арттырҙы. Халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе бай мәғлүмәтле булыуы менән һоҡландырҙы, экспонаттарҙың барыһынан да йылҡы малына дан-хөрмәт сағылды. Мәҫәлән, оҫта ҡуллы хужабикәләр ат һүрәте төшөрөлгән яҫтыҡ-түшәк, кейеҙ-ҡорама эшләһә, йүнсел ир-уҙаман ҡамыт, дилбегә, арҡалыҡ, йүгән, сыбыртҡы, ауыҙлыҡ кеүек әйберҙәр яһағайны. Тимерҙән һәм ағастан эшләнгән хеҙмәт өлгөләре күҙҙе ҡамаштырҙы. Араларында ҡағыҙҙан яһалған, бейеклеге – ике, киңлеге бер метрҙан ашыулыҡ ғәжәйеп матур ат һыны халыҡты айырыуса йәлеп итте. Уны Баймаҡ ҡалаһының Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе педагогтары уҡыусылар менән берлектә бер аҙна эсендә эшләгән икән.
Этнофестиваль ҡунаҡтары һыбайлыларҙың атта төрлө хәрәкәт яһауын күҙәтте, бәйгеләрҙе ҡараны. “Төньяҡ амурҙары” хәрби-реконструкция клубы ағзалары Айбулат Байғотлин, Мәжит Ибраһимов һәм Айҙар Мәжитовтарҙың сығышы байрамдың сағыу биҙәгенә әйләнде. Әйткәндәй, Мерәҫ ауылы аҡһаҡалы, 81 йәшлек Ғәбит олатай Ямантаев, өлкән булыуына ҡарамаҫтан, үҙе эшләгән кырандаста ярышты. Көтөүселәр бәйгеһе лә үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Төрки халыҡтарында йәшәп килгән “Ылаҡ” милли уйыны ла киң майҙан йыйҙы. Унда “Бөрйән” һәм “Ҡыпсаҡ” командалары етеҙлеген, сослоғон һынаны.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндөң насар булыуы сәбәпле, халыҡ программаға индерелгән бай йөкмәткеле концертты ҡарай алманы. Шулай ҙа йонсоу йөҙлө көҙ ат йәнле баймаҡтарҙың кәйефен боҙа алманы. Күк Ирәндек армыттары аша ярһыуын тыя алмай, баш бирмәй сапҡан башҡорт аттарының бирешмәҫ рухы халыҡ күңеленә лә күскән шул.





Вернуться назад