Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен туплаған республика семинарының көньяҡ-көнсығыш төбәктең рухи мәркәзенә әүерелгән Сибайҙа үтеүе һис тә осраҡлы түгел. Тап ошо яҡта халҡыбыҙҙың аҫыл ҡомартҡыһы “Урал батыр” яҙып алынған, башҡорттоң мәшһүр йырҙары “Сибай”, “Ирәндек”, “Азамат”, “Сәлимәкәй” барлыҡҡа килгән.Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡала менән танышыуҙы күптән түгел сафҡа ингән Балалар һынлы сәнғәт мәктәбенән башланы. Заман талаптарына яуап биргән ике ҡатлы мәғариф учреждениеһының республикала тиңе юҡ. 250 балаға иҫәпләнгән өҫтәмә белем биреү усағы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ла ҡабул итеүе менән айырым иғтибарға лайыҡ. Бында уҡыусылар һүрәт төшөрөү серҙәренә генә түгел, башҡа һөнәрҙәргә лә өйрәнәсәк.
Ҡунаҡтар артабан Сибай сәнғәт колледжында эш башлаған сәсәндәр мәктәбе менән танышты. Уҡыу йорто директоры Азат Ҡамбулатов әйтеүенсә, быйыл унда ете бала ҡабул ителгән. Улар – “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсының төрлө райондан тупланған еңеүселәре. Мәктәптең эше сәсәнлек үҙенсәлектәрен өйрәнеү менән генә сикләнмәйәсәк. Бында студенттар ҡылҡумыҙ, ҡумыҙ, ҡурай, думбыра кеүек музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнәсәк, фольклор өлгөләре буйынса белемен арттырасаҡ.
Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллинаның тырышлығы менән ҡунаҡтарға “Урал батыр” эпосынан сәхнәләштерелгән өҙөк күрһәтелде.
– Глобалләшеү шарттарында мәҙәниәтебеҙҙең байтаҡ өлгөләренә юғалыу хәүефе янай. Әлегә эпостарҙы белгән кешеләр барҙа, киң мөмкинлеккә эйә заман техникаһы булғанда, ғилми-тикшеренеү институттарында архив яҙмалары һаҡланғанда, рухи хазиналарыбыҙҙы яттан һөйләү оҫталығын үҙләштереү, уны таратыу ҡулдан килерлек эш тип уйлайым, – тине осрашыу барышында Асия Солтан ҡыҙы. – Әле беҙҙә, күреүегеҙсә, быуындар бәйләнеше булдырылған. Иманым камил: бөгөнгө уҡыусыларыбыҙ киләсәктә “Урал батыр”ҙың данын арттырыр, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын киң таратҡан билдәле сәсәндәр булып танылыр.
Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы артабан Баймаҡ районының шанлы тарихлы Темәс ауылы ҡабул итте. Күркәм байрамда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты. Пленар ултырыш алдынан мәртәбәле делегация вәкилдәре “Урал” мәҙәниәт йортондағы күп функциялы яңы үҙәктең эше менән танышты. Уға урындағы клуб, моделле китапхана, тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм “Темәс” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге тупланған. Бында шулай уҡ спорт, тренажер залдары, төрлө түңәрәктәр эшләй.
Пленар ултырыштағы халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү темаһына арналған сығышында Рөстәм Хәмитов данлы Баймаҡтың республика тарихына исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған райондарҙың береһе, башҡорт халҡының бишеге булыуын билдәләне.
– Үҙенсәлекле ҡомартҡыларға, тарихи ваҡиғаларға бай Темәстә күп функциялы мәҙәниәт үҙәгенең асылыуы – ифрат ҡыуаныслы ваҡиға, – тине Рөстәм Зәки улы. – Республикала бындай үҙәктәр Ҡырмыҫҡалы, Салауат һәм Ишембай райондарында булдырылған, ошондай уҡ маҡсатта Тәтешле мәҙәниәт йортонда реконструкция бара. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларын һаҡлау йәһәтенән республикала ғәйәт ҙур эштәр башҡарыла.
Төбәк Башлығы билдәләүенсә, элек күп ойошмаларҙа, шул иҫәптән завод-фабрикаларҙа, эре сәнәғәт предприятиеларында үҙешмәкәрлек киң йәйелдерелһә, хәҙер бындай күренеш һирәк. Етәкселәрҙең күбеһе мәҙәни тормоштан йыраҡ тора, хеҙмәткәрҙәренең сәнғәтте яратыуына, йыр-моңдо үҙ итеүенә битараф ҡала. Ә бит тап мәҙәни саралар халыҡты туплай, берләштерә.
– Халыҡ кәсептәренә килгәндә, төбәктә ул яҡшы үҫешкән, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ләкин әле булһа үҙебеҙ етештергәнде һатырға өйрәнә алмайбыҙ. Тәҡдим итеүсе менән һатып алыусы араһында тығыҙ бәйләнеш юҡ. Һөнәрмәндәрҙең эшен күрергә, тейешенсә баһаларға өйрәнгән хәлдә генә уларҙың абруйы, бәҫе артасаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡ кәсептәре өлгөләре күп төбәктәрҙең брендына әйләнде. Мәҫәлән, Әбйәлил районында – кейеҙ баҫыу, Балаҡатайҙа – ҡабартмалы сигеү. Шул уҡ ваҡытта ни өсөн “Ырымбур шәле” данын яуларға булышлыҡ иткән башҡорт кәсебен тергеҙмәҫкә?!
Республика Башлығы артабан мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индергән хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Сарала ҡатнашыусылар артабан Темәстең тарихи урындарында булды, “Һаҡмар” стадионында үткән “Башҡорт аты” этнофестивалендә ҡатнашты.