Бер ауылға – дүрт исем06.10.2015
Башта ауыл тарихына арналған легенда менән таныштырып үтәйем. Бормаланып-бормаланып аҡҡан Ағиҙел йылғаһы эргәһендәге Ҡыҙылъяр тауының түбәнге яғында урынлашҡан Хәсән ауылын дүрт исем менән – Юлбирҙе, Тубыл, Шайтан, Хәсән тип йөрөтәләр. Был исемдәр әле лә ҡулланыла. Бер ауылға дүрт исем ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Ауыл ҡарттары Кәлимулла Ғиззәтуллин, Байрамғәли Ғибәҙуллин, Әбделғәни Рафиҡов ул исемдәр тураһында бына шундай хикәйәт һөйләне. Бәлки, уларҙың хикәйәте ысынбарлыҡҡа тап киләлер.

“Борон замандарҙа башҡорттар ырыу-ырыу булып Ағиҙел буйлап күсеп йөрөгән. Ырыуға аҡһаҡал етәкселек иткән. Бынан күп йылдар элек Юлбирҙе исемле аҡһаҡал үҙенең ырыуы менән ошо урынға беренсе булып тирмәләрен ҡороп ебәргән, уға башҡа башҡорттар ҙа килеп ҡушылған.
Йылдар үтеү менән бәләкәй генә бер ауыл барлыҡҡа килә. Уға ырыу баш­лы­ғы Юлбирҙе исемен ҡушалар. Ауылда тормош үҙ ағымы менән бара. Халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнә. Берҙән-бер көндө ауыл эргәһендәге Өкөсәк тигән күл буйындағы тубыл­ғылыҡ эргәһенә яуға китеп барыусы Ҡалмаҡ исемле ырыу башлығы үҙ ғәс­кә­ре менән килеп туҡтай. Ғәскәр араһында яңы тыуған балалы бер йәш ҡатын да була. Ҡалмаҡ ғәскәре ҡуҙға­лып киткән ваҡытта был ҡатынға баланы тубылғы араһына ташларға бойороҡ бирә.
Ҡалмаҡ ҡуҙғалып киткәс, Юлбирҙе ҡарт ағастар араһына килә һәм шунда илап ятҡан ир балаға тап була. Ауылға алып ҡайтҡас, ҡараһалар, малай тешле тыуған икән. Халыҡ балаға мәрхәмәт күрһәтергә кәрәклеген әйтә. Уға Тубыл тип исем ҡушалар һәм Айбикә исемле балаһыҙ ҡатынға тәрбиәгә бирәләр.
Тубыл үҫә, ир етә. Ул башҡорт ырыуҙары араһында заманына күрә аңлы, зирәк кеше булып сыға. Юлбирҙе ҡарт үлгәс, Тубыл ырыу башлығы бу­лып китә һәм кантон дәрәжәһенә етә. Кантон булып эшләй башлағас, ауыл­дың исемен Тубыл тип үҙгәртә. Шул ваҡыттан ауылдың икенсе атамаһы барлыҡҡа килә.
Инде өсөнсө исеме лә — ҡыҙыҡлы тарих. Бер мәл Тубыл кантон мәжлестә ултырғанда иҫереп китә лә, тиҙ генә ҡорҙан сығып, күп тә үтмәй, бик алама кейенеп, битенә ҡором һөртөп, кире килеп инә. Мәжлестәгеләр ҡурҡып ҡала һәм уны таяҡтар менән төрткөләп, ҡыуып сығара. Артынан: “Шайтан! Шайтан!” — тип ҡысҡыралар. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Тубыл кантон, ҡамалы тунын кейеп, уҡалы билбауын быуып, ҡунаҡтар эргәһенә инә. Уға түр башынан урын бирәләр, алдына табаҡ менән әсегән бал ҡуялар. Тубыл кантон балды эсмәй, еңе менән болғата башлай. Бар кеше хайран ҡала, ғәжәпләнә. Шул саҡ кантон: “Беҙгә кеше ҡәҙерле түгел икән, ә кейем ҡәҙерле икән. Мин үҙем етем үҫтем, ас-яланғас булдым, өҫтөмдә кейем булманы. Һеҙ мине, ала­ма кейем кейгәс, “шайтан” тип ҡы­уып сығарҙығыҙ”, – тигәс, мәжлестә­ге­ләр: “Һин ысынлап та шайтан икән­һең”, – тип шаулашып көлөшә. Шу­нан һуң ауылды ла “Шайтан” тип йөрөтә башлағандар.
Был хикәйәттә дөрөҫлөк барҙыр. Ул тура­ла ҡайһы бер дәлилдәр ҙә бил­дәле. Ауыл осондағы тубыл­ғылыҡты Тубыл сабыны тип йөрөтәләр. Ауыл ҡарты Фәтхетдин Йәнтилин баҙ ҡаҙған ваҡытта Тубыл кантон­дың мисәтен табып, музейға тапшырҙы. Кантондың Ҡунаҡбикә исемле ҡыҙы ун ете йәшен­дә вафат булған. Ауылдың зыяратында ошо көндә лә уның яҙыулы ташы һаҡланған. Ауылдың бер урамын Тубыл йәки Шайтан араһы тип йөрө­тәләр. Сыртлан ауылы эргәһендәге бер тау Ҡалмаҡ ҡунып киткән тау тип атала.
Октябрь революцияһы дауылы был яҡтарға ла тиҙ килеп еткән. Күп кешеләр совет власын урынлаштырыу өсөн әүҙем көрәшкән. Бында Хәсән исемле кеше айырыуса күренекле эшмәкәр булып танылған. 1927 йылда сходта ауылға Хәсән исемен бирергә тигән ҡарар сығарғандар һәм ул хәҙер ҙә Хәсән тип йөрөтөлә”.
Был легенданы миңә 1971 йылдың февралендә Мәләүез районының Хә­сән ауылынан хәбәрсе Әхсән Вәлиев яҙып ебәргәйне. Үкенескә ҡаршы, ҡулъ­яҙманы үҙ ваҡытында әҙерләп, матбуғатта баҫтырып булманы. Әммә шуныһы ғәжәп: күпме ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, легенданың бер генә һүҙе лә иҫкермәгән. Бына шунан нисек “ха­лыҡ хәтере тере һыу кеүек” тип әйт­мәҫ­һең. Өҫтәүенә һуңғы дәүерҙә күре­некле ғалим, профессор Әнүәр За­кир улы Әсфәндиәровтың хеҙмәт­тәре донъяға сығыуы арҡаһында ауыл­да­рыбыҙ тарихын документаль сыға­наҡтар менән сағыштырып өйрәнеү күпкә еңелләште. Нәҡ шул маҡсат менән Хәсән ауылы тураһындағы легенданы атаҡлы тарихсының “История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий” (Уфа, “Китап”, 2009) тигән китабындағы мәғлүмәттәр менән сағыштырып ҡарарға булдым. Хәҙерге Хәсән ауылы тураһында ул бына ниҙәр яҙа:
“Дер. Юлбердино имела много названий: ее называли Шайтанка, Тобол, сегодня — Хасаново. Кроме названия Шайтанка, все другие происходят от имен людей, причем близкородственных. Юлберды имел сына Тобола, сын последнего — Хасан. Значит, при жизни Юлберды деревня носила его имя, при жизни Тобола — имя Тобола. Нам не известны жизнь и деятельность Юлберды. Cын его Тобол (1755 года рождения) служил управляющим 2-м отделением 9-го башкирского кантона, получил чин 13-го класса... Сын Тобола Хасан отделился от отца и создал свой хутор в одной версте от дер. Юлбердино (Тобол). Сюда в 1816 г. были причислены казахи Иликбай Зилгуваров, Казак Азнагулов, Абдрахим Учаков, Карсак Сайдаков и припущен в 1814 г. мишар Мухаметгали Гадельшин. В 1859 г. в дер. Юлбердино насчитывалось 70 дворов с 370 жителями. Но в 1920 г. численность населения деревень Юлбердино и Хасаново учитывалась вместе, хотя в территориальном отношении между ними не было единства — они находились друг от друга на расстоянии километра” (69-сы бит).
Күренеүенсә, тарихсы хәбәр иткән мәғлүмәттәр менән легенда араһында уртаҡлыҡтар күп. Берен­сенән, Юлбир­ҙе лә, Тубыл да, шулай уҡ Хәсән дә — реаль шәхестәр. Шул уҡ ваҡытта Хәсән Тубылдың улы булып сыға. Хәсән, атаһынан бүленеп (йәки, халыҡ телендәгесә әйткәндә, башҡа сығып), Юлбирҙенән бер саҡрым ерҙә үҙенә утар ҡора, ә 1920 йылда Юлбирҙе ауылы менән Хәсән утары халҡы бергә иҫәпкә алына, тип яҙа Ә.З. Әсфән­диәров. 1927 йылда иһә, легендала раҫланыуынса, ауылдың исеме Хәсән тип үҙгәртелә. Әммә был үҙгәреш Юлбирҙе ауылы менән Хәсән утары­ның берләшеүе һөҙөмтәһендә булманымы икән тигән һорау тыуа. Хәсән тигән ауыл атамаһы ла ысынлап та совет осорондағы активист хөрмәтенә бирел­гән­ме, әллә Тубылдың улы Хәсәндең исеменән алын­ғанмы? Был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә кәрәк буласаҡ әле.
Легендала Тубылдың яҙмышына бәйле мәғлүмәттәр иғтибарҙы йәлеп итә. Ҡулъяҙманың авторы уны яуға китеп барған Ҡалмаҡ тигән ырыу баш­лы­ғының бойороғо буйынса тубыл­ғылыҡта ташлап ҡалдырылған сабый бала булғанлығы тураһында яҙа. Исе­ме лә, тимәк, тубылғы һүҙенән алын­ған. Ә. З. Әсфәндиәров билдәләүенсә, Тубылдың тыуған йылы — 1755 йыл. Нәҡ киң билдәле Батырша ихтилалы башланған йыл да баһа. Шул осорҙа Баш­ҡортостандың көньяҡ тарафтарына ҡалмыҡ яуҙары ла үтеп ингәндер, күрәһең.
Әхсән Вәлиев тә, Әнүәр Әсфән­диә­ров та ауылдың дүрт исеменең береһе Шайтан тип раҫлай. Легендала был атаманың килеп сығышына бәйле ғәйәт фәһемле ваҡиға хаҡында бәйән ителә. Шуның аша беҙ Тубылдың ысынлап та аңлы, зирәк, үткер аҡыллы кеше булыуын күрәбеҙ. Кантон уҡ булмаһа ла, 9-сы кантонда ҙур ғына вазифа биләгән, халыҡ хәтерендә Тубыл кантон тигән исеме ҡалған ул заттың.
Тубылды Ә.З. Әсфәндиәров Юлбир­ҙенең улы тип атай. Шунан сығып, Юлбирҙе Тубылды уллыҡҡа алғандыр тип фараз итергә була.
Ауыл тарихтары... Ниндәй ҡыҙыҡ, ма­уыҡтырғыс тема был тикшере­неү­се­ләр өсөн! Меңәрләгән башҡорт ауылы араһында Хәсәндең дә ауыҙ тул­тырып һөйләрлек бай тарихы, үҙен­сәлекле хә­тер хазинаһы бар. Киләсәктә ауыл тари­хын өйрәнеүсе энтузиастар, үҙ­ҙә­ре­нең тыуған төйәге тураһында яңы­нан яңы мәғлүмәттәр туплап, бы­уындан быуынға ҡомартҡы итеп тап­шы­рырлыҡ хеҙмәттәр яҙыр, тип ышанғы килә.







Вернуться назад